Иҫке Балыҡлыла йәшәй бер оҫта24.02.2012
Иҫке Балыҡлыла йәшәй бер оҫтаБар бит шундай ир-егеттәр: “алтын ҡуллы” ла, булдыҡлы хужа ла, яҡындары өсөн өҙөлөп торған ышаныслы ғаилә башлығы ла, һөйөклө ир ҙә, хәстәрлекле атай ҙа.
“Ундай ир-егет бармаҡ менән генә һанарлыҡ”, — тиеүселәр табылыр. Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылы егете Рәмзил Шәймәрҙәнов тап шундайҙарҙың береһе лә инде. Егет сифатлы йорт йыһазы эшләй: биҙәкле һандыҡтан алып өҫтәл-ултырғыс, шкафтарға тиклем сынъяһау итеп ҡойоп ҡуя. Шулай уҡ семәрләп тәҙрә рамы, ишек һәм башҡа көндәлек ҡулланыу тауарҙары ла етештерә.
Рәмзилдең атаһы Әхәт ағай тирә-яҡҡа киң билдәле балта оҫталарының береһе була һәм улына ла шөғөлөнөң серҙәрен өйрәтә. “Баштараҡ материалды боҙған саҡтар ҙа булды. Бына шулай эшкә өйрәндем”, — ти Р. Шәймәрҙәнов. Тәүҙә урманға барып, ағас ҡырҡып, уны пилорамала ярҙырып, унан киптереп, материалды үҙе әҙерләгән. Хәҙер инде төҙөлөш материалдарын Ҡатай ауылында йәшәүсе эшҡыуар Азамат Нәбиевтән һатып ала. Улар етештергән продукция сифатлы һәм осһоҙораҡ икән.
Рәмзил Шәймәрҙәнов яһаған мебелде, тәҙрә рамдарын, ишектәрҙе Баҡалының төрлө ауылдарынан килеп алалар. Белдереү биреп, клиенттар йәлеп иткәнем юҡ, ти оҫта. Бер-береһенән ишетеп, яһаған әйберҙәрен күреп килеүселәр булғас, үҙенең дә эшкә дәрте арта. Компьютер өҫтәлдәре, йоҡо бүлмәһенә шкаф, балалар өсөн махсус өҫтәл-ултырғыс, карауат — клиенттың теләге, һыҙмаһы буйынса ниндәй әйбер кәрәк, шуны эшләп бирә.
Эштең уңышлы булыуына ғаилә мөхите лә ҙур йоғонто яһай. Әгәр Рәмзилгә илһам-дәрт биреп, бар эштә лә кәңәшсе, хуплаусы һөйөклө ҡатыны Светлана булмаһа, улы Руслан менән ҡыҙы Арина тормошона йәм, мәғәнә өҫтәп тормаһа, был тиклем эштәр башҡарылмаҫ та ине. Көткән донъялары ла һоҡланғыс: бай, зауыҡ менән биҙәлгән, заман техникаһы менән йыһазландырылған. Хужаның балта оҫтаһы ла булғанлығы йорттоң эсендә лә, тышында ла сағыла. Яңы, күркәм өй төҙөйҙәр.
Ҙур теләк менән, күҙҙәренең нурын түгеп, күңел йылыһын һалып эшләгән Рәмзилдең һәр әйберенә һорау ҙур.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы.


Вернуться назад