— Беҙҙең өсөн йыл бик уңышлы булды. Көндәр ултырып китеп, үҫкәнде ваҡытында алып өлгөрһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин.Машина аҡрын ғына әле кукуруз баҫыуы буйлап бара, әле сөгөлдөр яғына боролабыҙ, алтын тулҡын тирбәлткән иген “даръяһы” киңлегенә артылабыҙ. Иҫең китер — бер сүп, ҡый үләне күренмәй! Ҡасан ғына туҡ арыш башаҡтарын ел ыңғайына бәүелткән баҫыуҙарҙа ҡара таҫмалар һуҙыла.
Хужалыҡ районда иң көслөләрҙән һанала. Республика буйынса был йәһәттән Мәләүездең алдынғылар рәтендә булыуын иҫәпкә алһаҡ, хужалыҡтың ошо районда тәүге баҫҡыста тороуын өҫтәһәк, барыһы ла аңлашыла. Ләкин быларҙың береһе лә әкиәттәге һымаҡ тылсымлы таяҡ ярҙамында барлыҡҡа килмәгән, ә көндәлек, айлыҡ, йыллыҡ хеҙмәт, әсе тир аша яуланған.
Салауаттарҙың 7500 гектар һөрөнтө ере бар. Шуның 3700 гектарында — иген культуралары, 500-өндә — шәкәр сөгөлдөрө, 450 гектарында — көнбағыш, 110 гектарында картуф үҫтерелә. Кукуруз силосҡа ғына һалынып ҡалмай, орлоғо еткерелеп, фуражға алына. Әйткәндәй, витаминға бай туҡлыҡлы орлоҡтарҙы малдарҙың аҙыҡ берәмегенә ҡушыу менән һөт тә һиҙелерлек артҡан.
Иген, техник культураларҙы етерлек итеп үҫтереү хужалыҡтарға малсылыҡ тармағын тейешенсә алып барырға мөмкинлек бирә. Бында барыһы 2426 баш һыйыр малы аҫралһа, шуларҙың 610-ы — һауын һыйыры. Тармаҡтың хәл-торошо, малсыларҙың уңыштары тураһында күп яҙып булыр ине. Уларҙың йыл башынан 17 мең ярым центнер һөт һауып алыуы, был уҙған йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда 120 тоннаға күберәк икәне хаҡында әйтһәк, барыһы ла аңлашылалыр.
Һыйырҙың һөтө телендә тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә иғтибар ҙур. Белгестәр саҡырып, аҙыҡ берәмеге төҙөгәндәр, үҙҙәрендә ҡатнаш аҙыҡ әҙерләнә, селекция эше алып барыла.
Кадрҙар барыһын да хәл итә. Салауат исемендәге хужалыҡта был һүҙҙәр Совет осоронан ҡалған тип иҫәпләнмәй. Асылы шулай, аксиомаға әйләнгән улар. Ике бригадаға үҙ эшен белгән Николай Подясев, Илдар Игбаев һымаҡ тәжрибәле бригадирҙар етәкселек итә. Баш агроном Денис Макеев, баш зоотехник Флүр Әхмәлетдинов үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәй, һәр яңылыҡты тотоп алып, тармаҡтарында уңышлы файҙалана. Роза Садиҡова, Илгиз Игбаевтар — ферма мөдирҙәре.
Баҙар иҫәп ярата. Был йәһәттән хужалыҡта билдәрен бишкә быуғандар. Иҫәп-хисапты Рәсимә Яковлева алып барһа, хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Любовь Романова рәйес өлгөрмәгән бар эште атҡара. Алдынғы механизатор һәм һауынсыларҙы ла телгә алмайынса булмай. Әлбиттә, барыһын да исемләге килә, тик мөмкинлек самалы. Шулай ҙа быйыл уҡ 12 меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуҡҡан Азамат Йәрмөхәмәтов, уның эҙенә баҫып килгән Фидан Әлимбаев менән Алексей Ляльковтың исемдәрен атамайынса мөмкин түгел. Тырыш һауынсылар Флүрә Иманғолова, Ольга Силяева, Зүлиә Иҫәнғолова, Гәүһәр Фәйзуллина, Лиза Бикбулатоваларҙың эше лә хуплауға лайыҡ.
Һәр ҡайһыһының күрһәткесен уйлайһың да, Совет осоронда өс мең ашлыҡ һуҡҡан комбайнсы, өс мең центнер һөт һауған һауынсы геройға тиңләнә ине, тип ҡуяһың. Хәҙер заман башҡа – заң башҡа. Алда телгә алынған, шулай уҡ исемдәре аталмаған уңғандарҙы район кимәлендә лә, эш урынында ла дәртләндереү яғын ҡарайҙар, шәхси хужалыҡтарын алып барғанда ярҙам итәләр. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар Мәләүездә. Шуға ла районда аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтар бар ғына түгел, бөтөн республикаға өлгө итеп ҡуйырлыҡтары етерлек. Салауат исемендәге хужалыҡ — бының асыҡ миҫалы.