Сәй-шәкәр ниңә ҡиммәт?26.08.2015
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы аҙнала аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡ һиҙелерлек үҙгәрҙе.
Мониторингка аҙыҡ-түлектең йәмғеһе 43 төрө — ит һәм һөт ашамлыҡтары, икмәк-ҡалас ризыҡтары, ярма, йомортҡа, тоҙ, йәшелсә һәм емеш-еләк — индерелгәйне.


Ярайһы уҡ арзанайыуы күҙәтелгән тауарҙар:

татлы борос, кг:
81,76 һум
(27,78 һумға —
14,96 процентҡа арзанайған);

ҡыяр, кг:
33,31 һум
(2,65 һумға — 7,35 процентҡа);

помидор, кг:
66,71 һум
(4,84 һумға — 6,76 процентҡа);

виноград, кг:
160,79 һум
(7,29 һумға — 4,34 процентҡа);

кишер, кг:
43,72 һум
(1,41 һумға — 3,12 процентҡа).

Йәшелсәгә хаҡ миҙгелгә бәйле түбәнәйеүен дауам итә. Виноград иһә яҡын сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәренән тәҡдимдең артыуы арҡаһында арзанайҙы.
Хаҡы байтаҡҡа артҡан тауарҙар:
ҡара сәй, кг:
325,64 һум
(11,95 һумға — 3,81 процентҡа ҡиммәтләнгән);

эремсек, кг:
180,10 һум
(2,40 һумға — 1,35 процентҡа);

шәкәр, кг:
52,95 һум
(0,59 һумға — 1,11 процентҡа).

Ҡара сәйҙең ҡиммәтләнеүе сит ил валютаһы кур­сының үҫеүенә бәйле, сөнки сеймал сит илдәрҙән һатып алына. Ҡайһы бер сауҙа объекттарында ризыҡтар ас­сор­тиментының алмашыныуы арҡаһында эремсек ҡый­батланды. Шәкәргә иһә хаҡ йәй етеү менән күтәрелә.



Вернуться назад