“Россельхознадзор”ҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй биләмәһенә законһыҙ индерелгән аҙыҡ-түлекте юҡ итеү башланғандан бирле, санкцияланған тауар ағымы бермә-бер кәмегән. Ҡулға алынғандары иһә, әйтәйек, үҫемлекселек продукцияһы полигондарға оҙатыла, ә ит, һөт ризыҡтары яндырыла. Аҙыҡ-түлектең ошо рәүешле юҡҡа сығарылыуын халыҡ төрлөсә ҡабул итә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа төрлө фекерҙә.Илдар ШӘРИПОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:— Юҡ итергә кәрәк ундай тауарҙарҙы. Беҙгә законһыҙ килеп ингән икән, тимәк, төрлө химик матдә менән ағыуланған булыуы ихтимал. Санкцияланған аҙыҡ-түлекте индереүҙе шулай ҡаты саралар аша тыймаһаҡ, баҙарҙа тәртип урынлашмаясаҡ. “Күләгәләге” иҡтисад былай ҙа тотош илде быуып алып бара.
Алтынай МУСИНА, Тәтешле районы:— Киң мәғлүмәт сараларында “шунса тонна законһыҙ тауарҙы бульдозер менән тапаттыҡ”, “ә беҙҙә фәләнсә йөк кейем-һалымды яндырҙылар” тип бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра хәбәр тараталар. Был бит — ахмаҡлыҡ, хатта вәхшилек! Санкцияланған булһа ла, ул продукцияны бит кемдер хәләл көсөн түгеп етештерә. Күрәләтә исраф ҡылыу, ризыҡты мыҫҡыллау була түгелме?!
Сания ИШҠОЛОВА, Мәсетле районы:— Донъяла әллә күпме кеше ас-яланғас йәшәй. Төрлө бәлә-ҡазаға осрап, урамда бер ниһеҙ тороп ҡалғандар бар. Балалар йорттары, интернаттар, ҡарттар өсөн приюттар... Ниңә әлеге тауарҙы шуларға таратып бирмәҫкә? Бына был, исмаһам, ирҙәрсә булыр ине. Ил ҡаҙнаһына ла бер аҙ экономия кәрәктер тип уйлайым.
Роберт ВИЛДАНОВ, Дүртөйлө районы:— Минеңсә, чиновниктар күҙ буяу өсөн ситтән рөхсәтһеҙ индерелгән тауарҙарҙың бер өлөшөн юҡ итә лә ҡалғанын ниндәйҙер йәшертен юлдар менән һата. Шуға ла улар был әйберҙәрҙе мохтаждарға тапшырыуға ҡаршы.
Абдулла КӘРИМОВ, Өфө ҡалаһы:— Һуғыш йылдарында бер телем икмәккә зар-интизар булып йәшәнек. Бөгөн туйып һикерәбеҙ түгелме? Аллаһ Тәғәлә бит барыһын да күреп тора, улай ҡыланһаҡ, уҙған быуат башындағы кеүек һынауҙарҙы тағы ла ебәрер әле.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.
Заказать доставку роллов в уфе.