Шул уҡ тырмаға баҫабыҙ түгелме?26.08.2015
Шул уҡ тырмаға баҫабыҙ  түгелме? Ысындырмы-буштырмы, бер танышым һөйләгәйне был хаҡта. Әйтеүенсә, совет осоронда һәр ит комбинатының штатында кәзә тәкәһенә урын бүленгән. Һуйырға алып килгән малды биләмәгә индереү ҙур проблема булған. Шул ваҡытта “провокатор” кәзә тәкәһен эшкә ҡушалар икән. Тегеһе комбинат ҡапҡаһына ҡурҡмай йүнәлә, ҡалған көтөү уның артынан эйәреп инеп китә...
Быны иҫкә алыуым август башында Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимировтың бөтөн илде шаң­ҡытҡан тәҡдименә бәйле. Уның ни­ге­ҙен- ­дә Рәсәй Хөкүмәте быйылғы 23 сен­тябргә тиклем шәхси хужалыҡтарҙағы мал-тыуар менән ҡош-ҡорт иҫәбен сик­ләү мәсьәләһен аныҡларға ҡарар итте. Санкцияға эләккән аҙыҡ-түлекте юҡ итеүҙе тейешенсә ҡабул итмәгән рәсәй­ҙәр, айырыуса аслыҡты күргән өлкән быуын был яңылыҡты нисек аңларға белмәй аптырап ҡалды шикелле. Минең­сә, күпселек (әле илебеҙ халҡының өстән бер өлөшө ауылда йәшәй) быны влас­тың үҙ крәҫтиәндәренә ҡаршы “икенсе санкциялар фронты“ асыу тип ҡабул итте. Был ҡарар тормошҡа аша күрһә, малдың иҫәбен уртаса ике тапҡырға ҡыҫҡартырға тура киләсәк.
Өлкән быуын вәкилдәре яҡшы хәтер­ләй: Никита Хрущев та ошо “шөғөл” менән булышып маташҡайны. Йәнәһе, коммунизмда шәхси хужалыҡтарҙың кәрә­ге булмаясаҡ, бөтөн нәмә колхоз-совхозда етештереләсәк. Һөҙөмтәлә 1956 йылда шәхси хужалыҡтарҙың май­ҙа­нын арттырыу тыйылды, малды мәжбүри рәүештә дәүләткә тапшырырға ҡушылды. Колхоз-совхозды көсләп ҙу­рай­тыу, киләсәге булмаған ауылдарҙы бөтөрөү был сәйәсәттең бер өлөшө булды. Ошо сәбәпле 1960 – 1964 йыл­дарҙа ете миллион кеше ҡалаға күсергә мәжбүр булды, ә ауыл хужалығы продук­цияһын сит илдән һатып алыу башланды.
Шәхси хужалыҡ баҙар иҡтисады элементы түгел. Унда етештерелгән продук­цияның төп өлөшө башлыса ғаилә ағзалары, туғандар тарафынан бушлай ҡулланыла. Баҙарға аҙ ғына өлөшө сығарыла. Алынған килемдән һалым да түләнмәй. Был хәл эре агрохолдингтар өсөн айырыуса ҡамасаулыҡ тыуҙыра: улар шәхси хужалыҡтарҙағы табышты һатып байыу мөмкинлеген юғалта. Ә был продукцияның күләме ифрат ҙур. Дачаларҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте лә ҡайһы берәүҙәр “юғалтыу”ға тиңләй башланы. Тимәк, бер нисә йылдан баҡ­саларға ҡаршы санкциялар асыла ҡалһа, ғәжәпләнмәгеҙ.
2006 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй­ҙә ике миллиондан ашыу шәхси хужалыҡ бар, уларҙың дөйөм майҙаны 0,5 миллион гектарҙан күберәк. Был биләмәлә яҡынса алты миллион кеше йәшәй һәм эшләй. Рәсәйҙәге ерҙең 23 процент майҙанын биләгән шәхси хужалыҡтарҙа илдәге дөйөм һыйыр малының 45 проценты тотола.
Законға ярашлы, шәхси хужалыҡтың майҙаны 50 сутый менән сикләнә, ҡайһы бер төбәктәрҙә уны 2,5 гектарға тиклем еткерергә була. Сағыштырып ҡараһаң, ҡайһы бер ғаиләләрҙең ер пайы бынан бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ. Ғөмүмән, шәхси хужалыҡтарға иғтибар етмәй. Улар өсөн бүленгән ерҙә малды иркен­ләп тотоп булмай. Ике юл ҡала – йә һыйыр­ҙарҙың яртыһын һуйырға, йә шәхси хужалыҡтар өсөн бүленгән 40 миллион гектар самаһы ерҙе ҡулла­ныуҙы тыйырға. Рәсәйҙә унһыҙ ҙа мал иҫәбе йылдан-йыл ҡыҫҡара бара: 1990 йылдан алып һыйыр 57 миллиондан 19,5 миллион башҡа кәмегән. Владимир Путин­дың тәҡдиме менән индерелгән импортҡа алмаш программаһын ҡайһы­лайтып үтәргә йыйыналар икән?
Нисек кенә булмаһын, бөгөн губернатор Владимиров “провокатор кәзә тәкәһе” ролен үтәне. Ә көтөүгә кем инә һуң? Бер ҡайҙа ла теркәлмәйенсә, иҫәп­һеҙ-хисапһыҙ мал тотҡан түрә­ләр­ме? Шуныһы шомландыра: һәр ваҡыттағыса, ябай халыҡ ғәйепһеҙ рәүештә ғәйепле булып ҡалмаһын.



Радил МӨХӘМӘТДИНОВ, профессор:
– Аптырайым, илдә ураҡ ҡыҙған мәлдә был һорауҙы нисек итеп селектор кәңәшмәһендә күтәреп сығырға мөмкин?! Уны Сочиҙа үткәреү айырыуса ғәжәпләндерҙе. Курорттарҙа бит туризм мәсьәләһе ҡарала – ана, Путиндан өлгө алһындар.
Рәсәй былтыр сит илдәрҙән 45 миллиард долларға аҙыҡ-түлек һатып алғайны. Ошо аҡсаны беҙҙең крәҫтиәндәргә түләгәндә, әле алда импортҡа алмаш, өҫтәмә һалым йыйыу проблемалары тормаҫ ине. Колхоз-совхозды тарҡатҡандан һуң да шәхси хужалыҡтарға ҡаршы көрәш асыуҙы аңлап булмай. Шул уҡ тырмаға баҫабыҙ түгелме? Шәхси хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү урынына, уларҙы бөтөрөргә тырышыуҙы Владимировтың ахмаҡлығы тип ҡабул итергә кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтар былай ҙа юҡҡа сығып бара. Уларҙың табыш алыу түгел, ә халыҡҡа өҫтәмә ярҙам өсөн генә ҡулланылғанын аңларға кәрәк. Колхоз-совхоз бөткән төбәктәрҙә шәхси хужалыҡтар ҙа бөтөүгә табан бара. Ауылдарҙа был эш менән күберәк ҡарт-ҡоро шөғөлләнә (башлыса бер һыйыр, бер нисә тауыҡ тоторға хәлдәре етә). Йәштәр иһә был шөғөлдө артыҡ мәшәҡәт тип һанай.
Ғөмүмән, дәүләт органдары шәхси хужалыҡтарға ярҙам итергә тейеш. Уларҙа башҡарылған ауыр физик эштәр өсөн ҡулайлы инвентарь ҙа етештерә алмайбыҙ бит. Илдә сығарылған балта, көрәк, тырма, һәнәк, салғы кеүек ҡоралдарҙың сифатын ғына алып ҡарайыҡ. Уларҙы сит илдеке менән сағыштырып буламы? Беҙҙекеләр батша заманында яһалған, бер ниндәй үҙгәреш индерелмәгән. XXI быуатта йәшәйбеҙ түгелме һуң?!
Бәләкәй механизация ла юҡ кимәлендә. Йыл һайын сит илдәрҙән дәүләт иҫәбенә тоҡомло мал һатып алабыҙ ҙа башлыса эре хужалыҡтарға таратып бирәбеҙ. Улары банкротҡа төшһә, хайуандар ҙа йыш ҡына әрәм-шәрәм итеп бөтөрөлә. Ә шәхси хужалыҡтарҙы ошондай тоҡомло мал, орлоҡ, ашлама, ем менән тәьмин итеү ҡаралмаған. Ауыл, район хакимиәттәре лә улар тураһында хәстәрлек күрмәй, хатта көтөү ойоштора алмағандары ла бар.

Мөнир ШӘЙХЕТДИНОВ, пенсионер. Әлшәй районы:
– Ставрополь крайы губернаторының тәҡдиме тормошҡа ашмаҫ, тип уйлайым. Илдәге көрсөктө, сәйәси һәм башҡа хәлдәрҙе күҙ уңында тотҡанда, был ҡарар етәкселек өсөн үҙҙәренә ҡаршы аҙым яһау буласаҡ. Шуға күрә, минеңсә, күпләп мал тотҡан ауыл халҡы, фермерҙар тыныс йоҡлай ала.


Вернуться назад