Байрам — яңы майҙанда21.08.2015
Рәсәйҙең һөткә һәм һөт ризыҡтарына арналған иң ҙур ғаилә байрамы быйыл 29 августа Өфөләге Салауат Юлаев исемендәге майҙанда ойошторола.
Ҡунаҡтарҙы һөт йәрминкәһе, концерт, интерактив майҙансыҡтар көтә. Һәр кем шифалы һәм тәмле һөттән ауыҙ итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Сарала етештереүселәр ҡуйған махсус хаҡ буйынса аҙыҡ-түлек тә һатыла.
Быйылғы байрам “Әсәй, атай, мин — һөт яратҡан ғаилә” девизы менән үтә. Байрам биләмәһе айырым майҙансыҡтарға бүленә. Кескәйҙәргә уйындар ойошторолһа, өлкәндәр һәм йәштәр өсөн бейеү майҙансығы эшләйәсәк. Бында шулай уҡ йорт хайуандары фермаһы төҙөлә, мәғлүмәт стендтарынан улар хаҡында белешмә алырға мөмкин. Фестивалдә шулай уҡ төрлө спорт уйындарында ҡатнашырға була. Сараның аҙағында сағыу концерт программаһы көтә.
“Һөт иле”н республика Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойоштора. Фестивалдең генераль партнеры — “Таврос” төркөмө, рәсми партнеры иһә — “Ауылдағы йорт” (“Домик в деревне”) компанияһы.