Фотохәбәрсебеҙҙең күҙе үткер. Оло юлдан йыраҡ түгел эшләп йөрөгән тракторҙарҙы күрҙе лә:
– Туҡтайыҡ әле, егеттәр арыш сәсеп йөрөй. Күҙ һалып китәйек, – тине. Командировкабыҙ бөтөп, ҡайтырға сыҡҡан ерҙән яланға боролдоҡ.Тракторсы Илгиз Минһажетдиновҡа, сәсеүселәр Зөлфәт Әфтәхов менән Рәмил Хәйҙәровҡа сәсеүҙе тамамларға бер-ике бураҙна ғына ҡалған ине.
– Быйыл уңыш мул булды, барыһын да ваҡытында йыйып алдыҡ. Эш хаҡыбыҙ ауыл ере өсөн һәйбәт, – тине егеттәр, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып. Ул арала әлеге крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илһам Хәйҙәров та килеп етте яныбыҙға.
– Егеттәр эргәһенә тикшереүселәр килеп туҡтанымы, тип торам, – тип шаяртып алды ул.
Илһам Рифҡәт улы уңайы тура килгәндә хужалығы менән таныштырҙы. Үҙ эшен 2001 йылда 53 гектар ер һәм 10 баш мал менән башлап ебәргән. Хәҙер иһә 603 гектар майҙаны һәм 450 баш һыйыр малы бар.
– Район хакимиәте эшләйем тигән кешегә ярҙам ҡулы һуҙып тора. Ерҙәрҙе киңәйтеп, мал һанын ишәйтеү теләге менән янғанымды күргәс, элекке ферманы төҙөкләндереүгә 1 миллион һум бүлделәр. Һуңынан тоҡомло мал үрсетеү өсөн 2 миллион 600 мең һумлыҡ грант алдым. Киләсәктә ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы тағы 150 башҡа арттырырға йыйынабыҙ. Әле хужалыҡта 15 кеше эшләй, 10 берәмек техника бар. Быйыл ужым бойҙайының гектарынан 15 центнер йыйып алдыҡ, уны халыҡҡа ла һатабыҙ. Хатта Пермь тарафтарынан килеп алыусылар бар. Һауын һыйырҙары – 120 баш. Көнөнә 1,5 тонна һөт заводҡа оҙатыла. Әйткәндәй, эргә-тирәләге хужалыҡтар менән сағыштырғанда, беҙҙең һөт иң осһоҙо – литры 14 һум ғына, – тип һөйләне Илһам Рифҡәт улы.
Нисек кенә булмаһын, хужалыҡтың көйлө эше бында тир түккән кешеләргә бәйле, тип билдәләне етәксе. Водитель Зәнфир Әфтәхов, VII кластан комбайн руле артына ултырған Хәсән Нуриәхмәтов, һауынсылар Лилиә Ғәлинурова, Фирүзә Солтанбәкова, быҙау ҡараусы Гүзәл Әфтәхова, ферма мөдире Рөстәм Ғәлинуров һәм башҡалар үҙ эшен намыҫлы, еренә еткереп башҡара.
Гел алға ынтылып йәшәгән Илһам Рифҡәт улы киләсәктә иген елгәртеү машинаһы алырға хыяллана. Ул саҡта үҙҙәренә яҡшы орлоҡ хәстәрләрҙәр ине. Сифатлыһын сәскәндә генә мул уңыш алып була бит.