Йәрминкәгә рәхим ит!21.08.2015
Иртәгә баш ҡаланың Совет районында (Комсомол урамы, 18) “Алма спасы” ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола. Теләге булған һәр кеше татлы емеште тәмләп ҡарау, уны һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Алманан тыш, йәрминкәлә бал, йәшелсә, көнбағыш майы, рес­пуб­лика­быҙҙағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында етештерелгән башҡа ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителәсәк. Унда Кушнаренко, Шишмә, Архангел, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Иглин, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙағы етештереүселәр саҡырылған. Йәрминкә өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын, баҡсасыларҙы көтә. Продукция һатып алыу мәсьәләһе буйынса Совет районы хакимиәтенең сауҙаны көйләү, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр бүлегенә мөрәжәғәт итергә. Телефоны: 273-33-20. Электрон почта: [email protected].





Вернуться назад