Алтын”дан ниңә баш тарттылар?21.08.2015
Башҡортостан Хөкүмәте “Туймазытехуглерод” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә идара итеүҙә ҡатнашыу йәһәтенән махсус хоҡуҡтың (“алтын акцияның”) ғәмәлдән сығыуы тураһында ҡарар ҡабул итте.
Республика, йәмғиәттең акционеры булмаһа ла, 1993 йылда “Туймазытехуглерод” хосусилаштырылғандан алып уның “алтын акцияһы”на хужа. Махсус хоҡуҡ акционерҙарҙың дөйөм йыйылышында айырым мәсьәләләр буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙарға “вето” һалыу мөмкинлеген бирә. Ә бының предприятиеның үҫешен сикләүгә килтереүе ихтимал.
— Хоҡуҡтан баш тартыу предприятие эшмәкәрлегенә инвестиция йәлеп итеү, төбәк ҡаҙнаһына һалым керемен, табышты арттырыу, яңы эш урындары булдырыу йәһәтенән ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш, — тине республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев.