Йүнселгә — шәп мөмкинлек21.08.2015
Республика Хөкүмәте Башҡорт­остандағы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъ­екттарына заем биреү өсөн инвестиция башланғыстарына булыш­лыҡ итеү фондын ойошторорға ҡарар итте.

Фонд, “Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам күрһәтеү” дәүләт програм­маһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республика ҡаҙнаһынан 5 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү иҫәбенә ойоштороласаҡ. Заем конкурс нигеҙендә бирелә. Уның иң ҙур күләме, өс йылға тиклем түләү шарты менән, 500 мең һум тәшкил итәсәк.




Вернуться назад