“Башнефть” көрсөктән ҡотҡара21.08.2015
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының директорҙар советы рәйесе Алексей Текслер менән осрашты. Әңгәмә барышында йәмғиәтте үҫтереү мөмкинлектәре, етештереү объекттарын яңыртыу мәсьәләһе тикшерелде.

— Әле акциялар пакетын тапшырыу буйынса эш тамамланды тип әйтергә мөмкин. Дивидендтар, ярай­һы уҡ ҙур сумма, беҙҙең иҫәптә ята. Бөгөнгө көрсөк осоронда беҙ был аҡсаны халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле, файҙалы йүнәлештәргә — мәктәп­тәр, дауаханалар, балалар баҡса­лары, һыу үткәргестәр төҙөүгә, юл һалыуға — бүлдек. Ҡыҫҡаһы, социаль өлкәгә ҙур ярҙам булды, — тине Рөстәм Хәмитов. — “Башнефть” йәмғиәтенә килгәндә, уның тырышып эшләүен, һалым йөкләмәләрен үтәүен күрәбеҙ.
Алексей Текслер компанияның етеш­тереү объекттарына барыуҙан ҡалған тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты һәм әле директорҙар сове­ты­ның компанияны үҫтереү стра­­тегияһын эшләүе хаҡында һөйләне. Был стратегияны сен­тябрҙә раҫлау күҙаллана.
— Бөтөн ҡыйынлыҡтарға ҡара­маҫ­тан, республикала нефть сыға­рыу күләмен һаҡлап ҡалыу бурысы ҡу­йыла. Минеңсә, быйыл ул был­тыр­ғы­ға ҡарағанда күберәк — 16 миллион тонна самаһы — тәшкил итәсәк. Проекттар етерлек, ятҡы­лыҡтарҙың күп­тән эшкәртелеүен иҫәпкә алғанда, ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел, — тине Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары.
Уның әйтеүенсә, йәмғиәттең нефть эшкәртеү предприятиелары әле Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә.



Вернуться назад