Бүтән сығанаҡтарҙы эҙләргә кәрәк14.08.2015
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан бюджетына ингән һалым һәм һалым булмаған керемдәр мәсьәләһенә арнап ведомство-ара ултырыш үткәрҙе.

Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, килем күләме 13 процентҡа артҡан. Был иһә Рәсәй төбәктәре рейтингында республиканы 50-се урындан 35-сегә күтәреп ебәргән. Ярты йылда беҙҙең төбәк бюджетына, федераль ҡаҙнанан күскән аҡсаны иҫәпкә алмағанда, 57 миллиард һумлыҡ һалым һәм 9 миллиард һум һалым булмаған керем күскән.
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – бюджетты тулыландырыуҙың өҫтәмә сығанаҡтарын эҙләү, төбәктәге етештереүселәргә үҫергә ярҙам­лашыу. Бөтөн ведомстволар ҙа килемде арттырыу йүнәлешендә эшләргә бурыслы, – тине Рөстәм Зәки улы.








Вернуться назад