Тормош кешегә төрлө һынауын ебәреп кенә тора. Зилә лә ике бала менән эшһеҙ тороп ҡала. Әммә балаларының — ике бөртөк күҙ нурҙары Динә менән Гөлшаттың — киләсәге хаҡына үҙенә оло маҡсат ҡуйып, уны бойомға ашырырға көс таба. Тәүҙә Кинйәбулат ауылында колхоздан ҡалған иҫке генә икмәкханала эш башлай. Ҡамыр ризыҡтарына ихтыяж ҙур икәнлеген күргәс, дәртләнеп эшкә тотона. Артабан Зилә Хәйбулла ҡыҙы Ишембай ҡалаһына күсеп килә һәм “Ауылса икмәк” тигән сауҙа ойошмаһын асып ебәрә.— Һәр ризыҡҡа күңел йылыһын һалабыҙ, — ти ул. — Оҫталыҡ ниндәйҙер технология менән икмәк бешереү серен белеүҙе генә түгел, аҙыҡ-түлеккә оло хөрмәт менән ҡарауҙы, уны йәшәү өсөн мөһим тип баһалауҙы ла талап итә. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй. Уларҙың икмәкте тәмһеҙ бешереүе мөмкин түгел.
Коллектив ҙур түгел, әммә 20 төрлө икмәк ризығы ҡаланың бер нисә магазинына һәм ауылдарға ебәрелә.
Икмәкте тағы ла сифатлыраҡ бешереү өсөн урындағы етәкселектең ярҙамы менән лизинг компанияһы аша яңы мейестәр алғас, эштәре тағы ла алға киткән. Төрлө семинарҙарҙа ҡатнашып, кисәге ябай ауыл ҡыҙы етәкселек серҙәренә төшөнә, баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа, үҫергә, камиллашырға ынтыла.
Юғары ойоштороу һәләтенә эйә, эшҡыуарлыҡта етди уңыштарға өлгәшкән етәксе Зилә Бибакова 2013 йылда Өфө ҡалаһында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры” республика конкурсындағы “Бизнес-асыш” номинацияһында еңеп сыҡты.
Шуныһы һөйөнөслө: Зилә Хәйбулла ҡыҙы – балаларына үҙе ҙур өлгө. Динә менән Гөлшат әсәләренең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң ҙур ярҙамсылары, икеһе лә юғары юридик белем алғандан һуң төрлө өлкәлә хоҡуҡ белгесе булып тәжрибә тупланы. Киләсәктә үҙ эштәрен асырға хыялланалар. Өлкәне был йәһәттән тәүге аҙымдарын яһай, кесеһе әле ситтән тороп Санкт-Петербург дәүләт университетында икенсегә юғары белем алырға ла өлгөрә, икмәкхананың иҫәп-хисап эштәрен дә алып бара. Әсәле-ҡыҙлы Бибаковаларҙың өсөһө лә — заманса ҡарашлы, тормошта үҙ юлын тапҡан көслө рухлы гүзәл заттар.