Барыһы ла – балалар өсөн14.08.2015
Барыһы ла – балалар өсөн — Ҡыҙымдың тыуған көнө, һеҙҙә урындар бармы?
— Баймаҡтан дуҫтар килә, пейнтбол клубына барырға ине...
— Балалар пониҙа йөрөргә теләй...


Лидар Әхтәмовтың һәр көнө телефон аша шундай һорауҙарға яуап биреүҙән башлана тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Йәй — Асҡарҙа балаларҙың ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн туристик маршруттар асҡан Лилиә һәм Лидар Әхтәмовтар өсөн бигерәк тә мәшәҡәтле осор. Кемдер ғаиләһе менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләһә, икенселәр махсус кейемдәр һәм ҡоралдар менән пейнтбол уйнай, өсөнсөләре “Суданка” ҡушаматлы пониҙа йөрөргә ярата, бәләкәстәр батутта һикерә. “Иң яҡшыһы — балаларға” тигән Совет осоро лозунгына тоғро ҡалған Әхтәмовтарҙың эше маҡтауға лайыҡ.
Барыһы ла уйламағанда килеп сыға. Йәйге каникул мәлендә өлкән ҡыҙҙары Регина эшләргә теләк белдерә. “Тик ҡайҙа урынлаштырырға?” тигән һорау борсой ата-әсәне. Баланы урам таҙартырға йәки сауҙаға ебәрергә теләмәй улар. Интернет селтәре аша татлы мамыҡ әҙерләй торған ҡорамалдың һатылыуын белеп, шуны алалар. Атаһының ярҙамы менән Регина, һабантуйҙарҙа, кеше күп йөрөгән урындарҙа шәкәрле мамыҡ һатып, ярайһы уҡ мул табышҡа өлгәшә. Үҙе эшләгән аҡсаға ата-әсәһе ҡыҙҙарына хыялындағы квадроциклды алып бирә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бәләкәй аҙымдар менән килгән ғаилә ҡыш көнө Асҡарҙа күптән хужаһыҙ торған стадионды ҡуртымға алып, һырғалаҡ яһап, конькиҙар һатып ала. Уның янына бәләкәй генә кафе-магазин асып, йылы сәй, төрлө тәмлекәстәр, татлы мамыҡ, поп-корн тәҡдим итә башлайҙар.
Барыһы ла – балалар өсөнБалаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында төрлө йүнәлештәге туристик маршруттарҙы йылдан-йыл арттырып, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс эштәргә тотона улар. Йыл һайын Әхтәмовтар балалар өсөн яңы бер шөғөл уйлап табып тора: резина бассейн, батут, экстремаль уйындар өсөн ҡорамалдар, гигант туп...
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йәйгә генә иҫәп тотмай, ҡышын да балаларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында Асҡарҙан алыҫ түгел урында тау саңғыһы базаһы асҡандар, каток эшләгәндәр. Эште башлап китеүе ауыр булһа ла, аҡрынлап барыһы ла яйға һалына.
— Тәүҙәрәк Интернет аша балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн нимәләр алырға тип баш ватһаҡ, хәҙер ҡыҙыбыҙ Регина ярҙам итә, — ти ғаилә башлығы. – Ул Санкт-Петербургта туризм буйынса белем ала. Шулай уҡ беҙ саҡырыу буйынса Бөрйән, Баймаҡ райондарына барабыҙ, күптәр туй, төрлө юбилей саралары уңайынан “Экстрим” спорт-туристик фирмаһына мөрәжәғәт итә һәм отолмай. Пландарға килгәндә, улар ҙур. Ҡайһы ваҡытта өлгөрөп тә булмай, әммә булғандар менән сикләнмәйенсә, артабан да эшләргә кәрәк.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙың һәр башланғысы район етәкселеге яғынан яҡлау таба. Әбйәлилдә генә түгел, көньяҡ-көнсығыш төбәктә тәүгеләрҙән булып балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреүҙе төп маҡсаты итеп алған Әхтәмовтарға артабан да уңыштар юлдаш булһын. Кескәйҙәрҙең шат тауышынан, ата-әсәләрҙең риза йөҙҙәренән күренеүенсә, эшҡыуарҙың изге ғәмәлдәре ғәмһеҙ һәм бәхетле бала саҡҡа мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ тәьҫораттар биреп кенә ҡалмай, йәш быуынды саф һауала рәхәтләнеп уйнарға, компьютерҙан бер аҙға булһа ла ситләшергә, сәләмәт тормош рәүешенә өйрәтә түгелме һуң?!






Вернуться назад