Хазина тулы “Хазина”14.08.2015
Хазина тулы “Хазина” Шафран ауылы эргәһендәге оло юлда асылған кафе-магазин, күптән түгел генә эшләй башлаһа ла, юлда йөрөүселәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Бында ысын мәғәнәһендә хазинаға тиң милли аш-һыуыбыҙ әҙерләнә. Кафеға килеүселәргә башҡорт һәм татар милли ризыҡтарын, шул иҫәптән Шафран оҫталары яһаған шифалы ҡымыҙҙы ла тәҡдим итәләр. Был эсемлек һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, уны тәмләгәндән һуң бөтә арыу-талыуҙарың һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Тәндәрҙе сихәтләндереүсе, күңелгә ял биреүсе ошо хазинаны йылҡы үрсетеүсе фермер Рәфис Әминев етештерә.

Ауыл хужалығына Рәфис Фәрит улы урау юлдар менән килгән. Район халҡы уны йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе тип таныһа, йәшлек дуҫтары һәм яҡындары Алыҫ Себерҙә күп йылдар эшләгән нефтсе, газ үткәргес төҙөүсе булараҡ белә. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ул тыуған төйәгенә ҡайтып, күңеленә ятышлы һөнәргә тотонған.
Бала саҡтан мал яратҡан, фермала ат ҡараусы булып эшләгән Рәфис Фәрит улы тәүҙә өс, һуңыраҡ тағы ла бер нисә бейә һатып алған, ә бөгөн уның хужалығында 25 баш йылҡы иҫәпләнә. Йәй көндәрендә тәүлегенә 80-90 литр ҡымыҙ бешәләр, етештереү ҡышын да туҡталмай.
Фермерҙың беренсе ярҙамсыһы – ҡатыны Зилә Ғәзизйән ҡыҙы. Иренең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүен хуплап ҡына ҡалмай, ул үҙенең күптәнге хыялын – ҡымыҙ һатыуҙы ойоштороу уйын — тормошҡа ашыра. Тап шулай “Хазина” кафе-магазины барлыҡҡа килгән дә инде. Унан кешеләр йәшәүгә көс, дәрт алып сыға.





Вернуться назад