Ужым ниндәй хәлдә?21.02.2012
Быйыл ҡыш ҡар наҡыҫыраҡ булды. Был ауыл хужалығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Республика баҫыуҙарында ужымдың торошо нисек – бөгөн бик күптәрҙе ошо һорау борсой. Уға яуап эҙләп Ауыл хужалығы министрлығы үҫемлекселек буйынса бүлегенең баш агрономы Таһирйән МӨХӘМӘТЗИЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә бына нимәләр һөйләне:
– Быйыл республикала бөтәһе 476 609 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шуның 306 мең гектарында – арыш, 104,5 мең гектарында – ужым бойҙайы, 20 мең гектарында – третикале, ҡалған майҙанда башҡа төрлө ужым культуралары урын алды. Һуңғы мәлдә көндәр һыуыҡ тороу сәбәпле, уларҙың хәл-торошо тураһында тулы мәғлүмәт йыйып булманы.
Көҙҙән ужымдың 63 проценты – яҡшы, 35 проценты ҡәнәғәтләнерлек, ә ни бары 2 проценты ғына насар хәлдә тип билдәләнгәйне. Был һәйбәт күрһәткес. Әле лә хәл алама түгелдер тип өмөт итәбеҙ. Көн дә райондарға шылтыратып, һуңғы яңылыҡтар менән танышып торабыҙ. Ҡар ҡатламы 8 – 12 сантиметрҙан артманы, ә температура 12 – 23, хатта урыны менән 30 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Ошо ғына бер аҙ хәүефләндерә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН яҙып алды.


Вернуться назад