Ҡояштан нур алып...24.07.2015
Район тарихына ҙур ваҡиға теркәлде: Бүребай ауылында 10 МВт ҡеүәтле ҡояш электр станцияһына нигеҙ һалынды.
Яңы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролма хәйбуллалар өсөн ифрат әһәмиәтле, сөнки һуңғы йылдарҙа шәхси йорттарҙың күпләп төҙөлөүе сәбәпле төбәктә электрға ҡытлыҡ арта. Станция күрше райондарға ла өҫтәмә энергия сығанағы буласаҡ. Монтаж-төҙөлөш эштәрен тамамлау сентябргә планлаштырылған.
Райондың 85 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаған мәлдә ҡояш электр станцияһының сафҡа инеүе — хәйбуллалар өсөн бүләктең иң ҙуры, тине иҫтәлекле сарала ҡатнашыусылар. Ҡоролманың урыны ла бик уңайлы.