Яңы үҫеш банкы эш башланы24.07.2015
Шанхайҙа БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы эшләй башланы.
ТАСС хәбәр итеүенсә, учреждениены рәсми асыу тантанаһы уҙғарылған сарала Яңы үҫеш банкы президенты Кундапур Ваман Каматх, Ҡытай Халыҡ Республикаһының финанс министры Лоу Цзивэй һәм Шанхай мэры Ян Сюн ҡатнашҡан. “БРИКС — дөйөм маҡсаттары булған биш ил, беҙгә уларҙы тағы ла берләштереү ниәтендә эшләргә кәрәк”, — тип белдергән Яңы үҫеш банкы президенты. Лоу Цзивэй иһә учреждение донъя иҡтисадына ныҡлы тәьҫир итәсәк, уны тергеҙеүгә булышасаҡ тигән фекерҙә.
Мәғлүм булыуынса, БРИКС-тың Яңы үҫеш банкын булдырыу тураһындағы килешеүгә былтыр Бразилияла ҡул ҡуйылды. Өфөлә үткән саммитта иһә ойошманың Эшлекле советы ултырышы уҙғарылып, маҡсаттар, бурыстар билдәләнде.