Министрлыҡта – яңы етәксе21.07.2015
Министрлыҡта – яңы етәксе Башҡортостан Башлығының Указы менән Сергей Новиков республиканың иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләне.

Сергей Владимирович Новиков 1977 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда ”Уралавиаспецтехнология” фәнни-етештереү предприятиеһы менеджеры булып башлай. 2004 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Иҡтисади үҫеш һәм социаль сәйәсәт идаралығында баш белгес, бүлек мөдире, ошо идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары, Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары, Эксперт-аналитик идаралыҡ башлығы һәм башҡа вазифаларҙа эшләй.


Вернуться назад