Газға хаҡ артырмы?21.07.2015
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә булды. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ил Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендәге сараға шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең етәкселәре, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа, энергетика, транспорт министрҙары саҡырылғайны.

Михаил Бабич сығышында округта газ-мотор яғыулығы мәсьәләһенә етди иғтибар бүленеүен билдәләне, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн техника, пассажир автобус­тары һатып алыуҙы субсидиялау барышына туҡталды. Ныҡлы өйрәнеүҙе талап иткән проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, газ-заправкалау станциялары етешмәй.
Кәңәшмәлә шулай уҡ газ-мотор яғыулығына ҡуйылған баҙар хаҡы тураһында фекер алышыу булды. Быйылға тиклем уны Рәсәй Хөкүмәте “Аи-76” маркалы бензин хаҡының 50 проценты дәүмәлендә көйләй килде. Әлеге тәжрибә ғәмәлдән сыҡҡас та, әллә ни киҫкен үҙгәреш күҙәтелмәгән. Белгестәр иһә газ-мотор яғыулығына хаҡтың йылына 10 проценттан да күберәк артмаҫын күҙаллай.


Вернуться назад