Киләсәккә илтә ҡанаттар17.07.2015
Киләсәккә илтә ҡанаттар Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә – 90 йыл

Был коллективты хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге машиналар эшләү тармағының әйҙәүсеһе тип атарға була. “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (“Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенә инә) – бөгөн илебеҙҙә хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереүсе иң ҙур үҙәк.

Бәһлеүәндең аяҡҡа баҫыуы

Баш ҡалабыҙҙа авиация двигателдәре етеш­тереү 1940 йылда башлана. Тап ошо осорҙа тәүҙә комбайндар эшләп сы­ға­рыу­ға тәғәйенләнгән Өфө моторҙар заводы Авиация сәнәғәте буйынса халыҡ комиссариатына тапшырыла, һәм бында М-105 авиация моторын етештерергә тотоналар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Өфөгә Ленинградтан, Мәскәү тирәһенән заводтар эвакуациялана. Күсеп килгән предприятиеларҙың иң мөһиме – хәрби етештереүҙең нигеҙен тәшкил итеүсе 26-сы Рыбинск авиамоторҙар заводы. Был ойошма 1925 йылдың 17 июленән алып эшләй, шуға күрә Өфө моторҙар эш­ләү­селәренең тарихи йылъяҙмаһы ла ошо көндән асыла. Яңы ҡеүәттәр етеш­те­реүҙе ҡырҡа арттырыу форсаты бирә: һуғыш йылдарында ҡалала 51 меңдән ашыу авиация моторы эшләп сығарыла, улар фронтта алы­шыусы совет хәрби самолеттарының өстән бер өлөшөн һауаға күтәрә.
Һуғыштың тамамланыуы авиация дви­га­телдәре етештереүҙәге һынылыш – реактив техника дәүере башланыуы – ме­нән бергә тура килде. Өфө заводы был йүнәлештә тармаҡта тәүгеләрҙән булып эш башланы. 1946 йылда реактив бы­уын­дың тәүге өлгөһө булған РД-10А тыуа, уны ЯК һәм ЛА истребителдәренә ҡуялар. Артабан үҙәктән ҡыуҙырыусы РД-45Ф турбореактив двигателе һәм уның мо­ди­фи­кацияһы булған ВК-1 үҙ­ләш­терелә. Улар урын­лаштырылған самолеттар ара­һында данлыҡлы МиГ-15 истребителдәре лә бар. Тауыштан тиҙерәк осоусы МиГ-19 беренсе совет сериялы истребителе шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡа­лаһында етештерелгән РД-9Б турбореактив двигателе менән йыһазландырылған.
1962 йылдан алып Өфө заводы донъяның иң күп һанлы реактив истребителе булған МиГ-21 өсөн двигателдәр етештерҙе. Өсөнсө бы­уынға ҡараған МиГ-23/МиГ-27 ис­тре­­бителдә­ренең, Су-22 перехватчигының һәм Су-24 бомбардировщигының күккә юлы шулай уҡ Өфө мотор эшләүселәренә бәйле. 1984 йылда беҙҙең завод һуңғы бер нисә тиҫтә йылда хәрби самолеттарҙың донъя баҙарында иң уңышлы һәм иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған дүртенсе быуыны булған күп маҡсатлы Су-27 самолеты өсөн АЛ-31Ф двигателен сериялы етештерә башланы.

Яңы заман

СССР-ҙың тарҡалыуы һәм 1990 йылдарҙың көрсөгө дәүләт заказдарынан мәхрүм ҡалған оборона сәнғәте комплексы өсөн етди һынауға әүерелә.
Авиация сәнәғәтенең күп предприятиеларынан айырмалы рәүештә, Өфө мо­тор­ҙар эшләү берекмәһе үҙен һаҡлап ҡына ҡалманы, ә яңы төр изделиелар ҙа сығара алды. Ауыр йылдарҙа уға экспорт килешеүҙәре ярҙам итте – бында эш­лән­гән продукцияға сит илдәрҙә, айырыуса Һиндостан менән Ҡытайҙа һорау ҙур ине.
Шулай ҙа хәрби авиация өсөн көс ҡо­рол­маларының яңы моделдәрен үҙ­ләш­те­реү төп өҫтөнлөк булып ҡалыуын да­уам итә. 1998 йылда Өфөлә Су-30 истре­бителе өсөн АЛ-31 двигателенең мо­дификацияһын эшләргә кере­шәләр. Уның төп үҙенсәлеге – реактив соп­лоның борола алыуы. Ошо арҡала самолет һауа һуғышында бик мөһим булған юғары ма­неврлылыҡҡа өлгәшә. Боролорға һәләтле ошондай сопло ҡуйылған бүтән дви­га­телдәр донъяла әле булһа уйлап табылмаған.
2001 йылда “Өфө моторҙар эшләү произ­водство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте Һиндостанда Су-30МКИ самолеттары өсөн АЛ-31 ФП двигателдәрен лицензиялы етештереүҙе үҙләштереүгә техник яҡтан бу­лыш­лыҡ итеүҙә төп башҡарыусы итеп тәғә­йенләнде. Ошо илдең Корапут ҡалаһындағы завод – Рәсәйҙең юғары технологияһын сит илдә уңышлы индереү ынтылышындағы бик һирәк миҫалдарҙың береһе.
Авиация техникаһы менән бергә диверсификация сәйәсәте сиктәрендә газ турбинаһы энергетикаһы өсөн агрегаттар етештереү ҙә уңышлы үҫешә. 2002 йылда авиацияла ҡул­ланылыусы АЛ-31Ф моделе нигеҙендә бул­дырылған АЛ-31СТ двигателе ярҙамында эшләүсе ГПА-16Р газ ҡыуҙырыу агрегатын файҙалана башланылар. Хәҙерге ваҡытта был программа юғары кимәлдә үтәлә – “Газпром” йәмғиәте һәм Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте булышлығында мотор эшләүселәр АЛ-31СТ-ны етештереү буйынса яңы предприятие асырға ниәтләй, ул коллективтың “Өфө-АвиаГаз” компа­нияһы һәм Шакша биҫ­тә­һендәге һынау комплексы нигеҙендә эшлә­йәсәк. Быйыл июнь аҙағында үткәрелгән Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән “Газпром” компанияһының идара рәйесе Алексей Миллер был мәсьәләне әүҙем тикшерҙеләр. Энергетик бәһлеүән етәксеһе “Газпромы”дың Башҡортостанға дүрт миллиард һум бүләсәген билдәләне.

Эшләнештәр һәм уларҙың киләсәге

Һуңғы йылдарҙа предприятие конструк­торлыҡ-етештереү һәм һынау базаһын яңырта, продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштерә. Аҙаҡҡы тиҫтә йыл эсендә 4 ++АЛ-41Ф-1С быуынлы двигатель күпләп етештерелә башланы, ул СУ-35С истребителенә ҡуйыла. АЛ-31ФП менән сағыштырғанда 12,5 тоннанан 14,5 тоннаға саҡлы, йәғни 16 процентҡа артты.
2014 йылдың 26 декабре берекмә тарихына иң мөһим даталарҙың береһе булып инеп ҡалды. Дәүләт стенд һынау­ҙарын үтеп, хәрби истребителдәргә ҡуйырға яраҡлы икәне тулы­һынса раҫланды. Бындай хәл иткес ваҡиға завод тарихында һуңғы 30 йылда беренсе тапҡыр булды: АЛ-31Ф дви­гателенең шундай документтары О1 литерын 1984 йылда уҡ алғайны.
Бөгөнгә “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” дәүләт заказы сиктәрендә Рәсәйҙең Оборона ми­нистрлығына 70-тән ашыу Су-35С двигателе етештереп оҙатты.
2011 йылда моторҙар эшләү берек­мә­һе фронт авиацияһы өсөн комплексҡа дви­гатель булдырыу эшенә тотондо. Уның конс­трукцияһына тартыу көсөн арттырыу­сы, һаҡсыллыҡты һәм эшләү ва­ҡытын оҙайтыусы тех­но­логиялар һа­лынды. Был үҙенсәлектәргә ирешеү өсөн перс­пективалы Т-50 двигателен етештергәндә мотор эш­ләү­селәр уй­лап тапҡан бер нисә технологик яңы­лыҡ ҡул­ланыласаҡ: эсе ҡыуыш хә­рә­кәт көрәктәре яһау, ышҡыу ысулы менән линиялы иретеп йәбеш­тереү, титандан тотошлай ҡойоп эре үл­сәмле де­талдәр әҙерләү, йылыны һаҡлаусы керамик япмалар һылау һәм башҡалар.
2012 йылдан алып берекмәлә РД-33МК двигателен эшләй башланылар, ул МиГ-29 истребителдәренә урынлаштырыла.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең өҫтөн­лөклө йүнәлештәренең береһе – “МС-21 самолеты өсөн ПД-14 двигателе” программаһы. Уны “Авиадвигатель” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләне. Был двигателде булдырыуҙа “Бер­ләшкән дви­гателдәр эшләү корпорацияһы” ак­цио­нерҙар йәмғиәтенең күпселек пред­прия­тиелары һәм тармаҡ институттары ла ҡатнашты, двигателдең матди өлөшөн сериялы етештереүҙә беҙҙең мотор эш­ләүселәр 35 процентты алып тора. Әлеге мәлдә бында айырыу корпусын, эсе ҡыуыш вентилятор көрәксеген, юғары баҫым компрессорының роторын һәм ҡайһы бер башҡа деталдәрҙе етештереү үҙләштерелде.
Вертолет двигателдәрен эшләүҙә импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн предприятиела ВК-2500 ти­бындағы вертолет дви­гателдәренең айырым өлөштәрен етештереү программаһы тормошҡа ашырыла. Өфө моторсылары вертолет двигателдәре турбинаһын йыйыуҙа деталдәр һәм йыйылма берекмәләр әҙерләү буйынса беренсе етештереү-технология үҙәге ойошторолдо, яҡын киләсәктә тағы ла ошондай өс үҙәк асыу планлаштырыла.
Шулай итеп, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе – Су самолеттары өсөн двигателдәрҙең тотош теҙмәһен уй­лап табыу­сы һәм етештереүсе генә түгел, ә Рәсәйҙең авиация двигателдәрен эш­ләүҙең барлыҡ төп программаларында ла тиерлек ҡатнашыусы инновация пред­приятиеһы. Бишенсе быуын двига­тел­дәренең ҡабатланмаҫ техно­логияла­рын тыуҙырыусы, идара итеүҙең заманса ҡанундарын (һаҡсыл етештереү, системалы инженеринг) файҙаланыусы, ха­лыҡ-ара коопе­рацияларҙа әүҙемлек күр­һәтеүсе Өфө мо­тор­ҙар эшләү бе­рек­мәһе хәҙерге Рәсәйҙең йөҙөн билдәләгән предприятиелар иҫәбенә инә.



Вернуться назад