Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы акциялары пакетын ил Хөкүмәтенә ике ай эсендә республикабыҙға тапшырыу бурысын йөкмәткәйне.Ошо Указға ярашлы, 3 июлдә компания тейешле акцияларҙы Башҡортостан милкенә тапшырҙы. Шулай итеп, хәҙер республика 38 миллион 128 мең 551 ябай, 6 миллион 280 мең 76 өҫтөнлөклө акцияға эйә булды.
“Башнефть” акционерҙары 2014 йылға ике төр акциялар өсөн дә 113-әр һум дивидендты хупланы. Хәҙер Башҡортостан, нефть компанияһының акционеры булараҡ, биш миллиард һум самаһы аҡса аласаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ, иҡтисад белгесе:– Был – республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Нефть тармағына ҡараған мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн белгестәр кәрәк. Ә ундай кешеләр Башҡортостанда, Татарстанда, Төмәндә генә бар. Уйлап эшләнелгән аҙым республикаға киң финанс мөмкинлектәре бирә.