“Юҡ!” – тине Греция халҡы07.07.2015
Уҙған арауыҡта Рәсәй менән АҠШ-тың үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға ынтылышы, Грецияла референдум булыуы, Украиналағы хәүефһеҙлек хеҙмәтенең үҙ вәкилдәренә ҡарата енәйәт эше асыуы һәм башҡа ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.
Мөнәсәбәтте яйға
һалыуға ынтылыш
АҠШ президенты вазифаһына дәғүә иткән Хиллари Клинтон Рәсәйгә ҡарата “аҡыллыраҡ” сәйәсәт алып барасағы, Владимир Путин менән мөнәсәбәтте яйға һалырға тырышасағы хаҡында белдерҙе. Ә илебеҙ етәксеһе үҙ сиратында Америкала Бойондороҡһоҙлоҡ көнө уңайынан Барак Обамаға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Мәғлүм булыуынса, был көн – АҠШ-тың төп дәүләт байрамы. Ул 1776 йылда Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул ителеү уңайынан уҙғарыла. Владимир Путиндың байрам уңайынан ебәрелгән телеграммаһында былай тиелә: “Рәсәй-АҠШ мөнәсәбәттәре, ҡайһы бер фекер айырмалыҡтарына ҡарамаҫтан, донъяны хәүефһеҙлек, тотороҡлолоҡ менән тәьмин итеүҙә мөһим фактор булып ҡала”. Телеграммала ике ҙур дәүләттең халыҡ-ара кимәлдәге иң ҡатмарлы проблемаларҙы ыңғай хәл итеү, ҡурҡыныс хәлдәргә ҡаршы тороу ҡеүәте барлығы белдерелә.
Белгестәр әйтеүенсә, Хиллари Клинтондың мөрәжәғәте Американың сәйәсәтендә яңы прагматизм – Рәсәй менән бәйләнеш өҙөлгән хәлдә сәйәси һәм иҡтисади ҡатмарлылыҡ көтөүен аңлау – өҫтөнлөк ала барғаны хаҡында һөйләй. Был тәү сиратта халыҡ-ара террор мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Дөйөм алғанда, Рәсәй менән АҠШ әлеге аҙымдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға ынтылышын белдерҙе.
Аҙағы нисек булыр?
Ә Грецияла халыҡ-ара кредиторҙар менән килешеү шарттары буйынса референдум уҙҙы. Мәғлүм булыуынса, граждандар алдында ике мәсьәлә торҙо: Еврокомиссия, Европа Үҙәк банкы, Халыҡ-ара валюта фонды тәҡдим иткән килешеү проектын ҡабул итеп, ҡаты иҡтисади сәйәсәтте дауам итергә йәки уларҙың тәҡдименән баш тартырға. Социологтар гректарҙың кредиторҙарға “Юҡ!” тип әйтерен көтә ине, һәм был ысынлап шулай булды. Дәүләттең 19 меңдән ашыу һайлау участкаһында 6,2 миллион кеше тауыш бирҙе. Граждандарҙың күбеһе (61 процент) кредиторҙарҙан баш тартырға теләүен белдерҙе. Грецияның премьер-министры Алексис Ципрас тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе. Уның әйтеүенсә, яҙмышын үҙ ҡулына алырға теләгән халыҡтың иркенә берәү ҙә ҡаршы килергә тейеш түгел. Алексис Ципрас теләктәшлек өсөн халҡына рәхмәт еткерҙе, илдә еңеү уңайынан хатта байрам ойошторолдо.
Ә Евросоюз Грецияны ауырлыҡ көтөүе хаҡында белдерҙе. “Европа банктары хеҙмәтенән баш тартҡан халыҡтың баш ауырыуы башлана ғына”, – тине улар. Кисә референдумдың һөҙөмтәһе билдәле булыу менән Грецияла урындағы банк системаһын тергеҙеү йәһәтенән һөйләшеүҙәр башланды. Ә бөгөн Европа союзы көтөлмәгән хәл буйынса әңгәмәләшеү маҡсатында сираттан тыш саммитҡа йыйылды. Кисә тағы шул билдәле булды: Грецияның финанс министры Янис Варуфакис отставкаға ғариза бирҙе. Мәғлүм булыуынса, Европа союзының ҡайһы бер ағзалары уның осрашыуҙарҙа ҡатнашмауын теләй. “Вазифамды ҡалдырыуымдың сәбәбе ошо”, – тип белдерҙе Варуфакис.
Ватанға хыянат,
йәнәһе
Украинала иһә ыҙғыш дауам итә. Донецктың яңылыҡтар агентлығы белдереүенсә, уҙған аҙна аҙағынан ҡаланың Киев районы утҡа тотола. Шул уҡ ваҡытта Украинаның хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләгән ҡайһы бер кешеләргә ҡарата енәйәт эше асылған. Сәбәбен “Ватанға тоғро булмау” тип аңлаталар. Был хаҡта ойошманың етәксеһе Василий Грицак белдергән. Уның һүҙҙәренсә, әле 40-тан ашыу эш ҡарала, ҡулға алынғандар араһында дәүләткә хыянат иткән юғары чинлы хәрбиҙәр бар.
Рәсәйҙең үҙәк телеканалдарынан белдереүҙәренсә, Украина президенты Петр Порошенко халҡының аһ-зарын бөтөнләй ишетмәйенсә, илендә барған хәлдәргә күҙ йомоп, шәхси идара режимын нығытыуын дауам итә, тулыһынса Америка “ҡурайына” бейей, Киевтағы башҡарма властың мөһим постарына үҙ кешеләрен ҡуя; Донбасс менән килешелмәгән Украина Конституцияһы проектын тәҡдим итә, һайлауҙы 25 октябргә тәғәйенләргә тырыша. Ә был Минск килешеүҙәренә ҡаршы килә.
***
Йәнә бер мөһим ваҡиға – Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев 75 йәшен билдәләне, ошо уҡ мәлдә Астанала Ҡала көнө уҙғарылды. Абруйлы дәүләт етәксеһе донъяның барлыҡ мөйөштәренән ҡотлау ҡабул итте, тыуған көнөнөң баш ҡала байрамы менән тап килгәненә һәр саҡ ғорурланыуы хаҡында белдерҙе.