Һөҙөмтәләр шатландыра07.07.2015
“Башнефть” йәмғиәтендәге етештереү эшмәкәрлегенең йомғаҡтары ҡыуандыра. Мәҫәлән, беренсе кварталда ошо осорҙа компания ятҡылыҡтарында 4 709 мең тонна нефть сығарылған, 2014 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был күрһәткес 14,4 процентҡа юғарыраҡ.
Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, үҫеш 1 процент самаһы, тимәк, “Башнефть” алдынғылар иҫәбендә. Нигеҙҙә, махсус геологик-техник саралар уҙғарылған әҙер ятҡылыҡтар уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе. Быйылғы өс айҙа был ятҡылыҡтар етештереүҙең 4,7 процентҡа артыуын тәьмин итте.
Компания тоноҡ нефть продукттары (бензин, дизель яғыулығы) етештереү күләмен дә үҫтергән. Был күрһәткес былтыр беренсе кварталда 58,6 процент булһа, быйыл 68,6 процентҡа еткән. “Башнефть” илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып “Евро-5” стандарты бензиндарын, дизель яғыулығын сығарыуға күсте һәм бөгөн ошондай нефть продукттары етештереү йәһәтенән Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр һауаға бысраҡ матдәләр сығарыу кәмегән. Төбәктә экологик хәлде яҡшыртыуға “Башнефть” компанияһы ла ҙур өлөш индерә.