Тамырҙарыбыҙ бер, яҙмышыбыҙ иш07.07.2015
Тамырҙарыбыҙ бер, яҙмышыбыҙ иш Өфөлә иртәгә башланасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарында Төркиә диалог буйынса партнер булараҡ ҡатнаша. Был ил менән республикабыҙҙы күптәнге хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре бәйләй. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ оҡшаш, тамырҙарыбыҙ бер.
Төркиә тәү сиратта бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең икенсе Ватаны булараҡ билдәле. Ғүмеренең күп йылдарын ошо ерҙә уҙғарып, унда халҡыбыҙ өсөн алтынға бәрәбәр бихисап хеҙмәт яҙған, ситтә лә милләтенең яҙмышын, киләсәген хәстәрләгән, Ватанының данын күтәргән олуғ шәхесебеҙ ике дәүләттең дә яҡтылыҡҡа, ғилемгә, теләктәшлеккә әйҙәр маяғы булып ҡала.
Башҡортостан менән Төркиәне күп яҡлы хеҙмәттәшлек бәйләй. Мәҫәлән, төрлө дәүләт ойошмалары, ведомстволар, юғары уҡыу йорттары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған, Истанбулда беҙҙең республиканың вәкиллеге эшләй. Башҡортостан 1994 йылдан ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһында күҙәтеүсе булып тора, уның тарафынан ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалмай. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ТӨРКСОЙ кафедраһы уңышлы эшләй.
Республиканың сәхнә оҫталары – Төркиәлә уҙғарылған Науруз байрамында, ә уларҙың вәкилдәре беҙҙәге “Урал моңо”, “Туғанлыҡ” фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өс съезына ла ҡәрҙәш дәүләттән ҙур делегация килде.
Иҡтисади бәйләнешкә килгәндә, Башҡортостанда төрөк капиталы ярҙамында булдырылған 90-дан ашыу предприятие эшләй. Шулай уҡ бер нисә ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Берлектәге предприятиеларҙың күбеһе сауҙа, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек етештереү тармаҡтары буйынса махсуслашҡан. “Төрөк авиалиниялары” компанияһы тарафынан булдырылған “Истанбул – Өфө – Истанбул” авиарейсы ла ике аралағы бәйләнеште үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Төркиә – БДБ һәм НАТО ағзаһы, хәрби йәһәттән бик ҡеүәтле. Милли продукт етештереү кимәле буйынса донъяла алдынғылар рәтендә килә, халҡын урындағы аҙыҡ-түлек, кейем, электр техникаһы һәм энергияһы, төҙөлөш материалдары менән тулыһынса тиерлек тәьмин итә.
Дәүләт башлығы – президент, ул халыҡтан тауыш йыйыу нигеҙендә биш йылға һайлана, мөҙҙәттең оҙайтылыуы ла ихтимал. Илгә идара итеүҙә Төркиәнең Милли хәүефһеҙлек советы ҙур әһәмиәткә эйә. Был органдың составына президент, премьер-министр, министрҙар, Генераль штаб начальнигы, юғары хәрби етәкселек инә.
Төркиәлә 80-дән ашыу провинция бар. Иң ҙур ҡалалар – Истанбул (халыҡ һаны – 12,5 миллиондан ашыу), Анкара (дүрт миллион самаһы кеше) һәм Измир (3,5 миллион тирәһе халыҡ йәшәй).
Илдең майҙаны – 779, 452 мең квадрат километр.
Баш ҡалаһы – Анкара.


Вернуться назад