Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур04.07.2015
Йәйге көндөң ҡиммәте ҙурБесән әҙерләү ауыр һәм яуап­лы эш булыуға ҡарамаҫтан, ул — йәй миҙгеленең иң күңелле осоро, тиһәм, яңылышмам.

Быйыл ел дә ваҡытында иҫте, ямғыр ҙа кәрәк саҡта яуҙы. Әле һауа шарттарының ҡоро булыуы ла Илеш районы хужалыҡтарында йәшел ураҡтың дәррәү һәм ойошҡан рәүештә үтеүенә булышлыҡ итә. Бесәндең хуш еҫе әллә ҡайҙарға таралған. Баҫыу-яландарҙа трактор тауышы тынмай. Фермаларға ылау-ылау булып мал аҙығы ҡайта. Көндәр эҫе булыуына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре, барлыҡ мөмкин­лекте файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа күберәк байлыҡ тупларға тырыша.
Беҙ килгәндә Ишҡар ауылындағы «Үҙәк МТС» йәмғиәте баҫыуҙары Рим Шәмсетдинов етәксе­легендә бал ҡорто күселәй гөжләй ине. Фәндис Рафиҡов бесән әйлән­дереүҙә тырышлыҡ күрһәт­һә, Илүс Хәбетдинов менән Рәшит Ғабдрах­манов үләнде яҡшылап тығыҙлай. Ринат Ниғмәтдинов, Илгиз Миңле­ғәлиев, Алмаз Шәйхразиев йәшел массаны ферма янына ташый. Бында ла эш ҡайнай: Сөләймән Әхмәтханов менән Рәүҙәт Нурмө­хәмәтов бесән өйә.
– Йәшел ураҡты уңышлы атҡа­рыу­ҙа хужалыҡ бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәй, сөнки техника төҙөк, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Был көндәрҙә бөтөн көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткәнбеҙ. Бесән дә баҫыуҙарҙа ҡуйы булып үҫкән. Әлеге көнгә хужалыҡтың Ишҡар, Сүлте ауылдарында 610 тонна бесән һәм 4100 тонна сенаж әҙерләнгән, — ти хужалыҡта идара итеүсе Рәсүл Авзалов.
Һәр ерҙә эш ойошҡан бара. Ҡыҙыу мәл икәнен һәр кем яҡшы аңлай. “Йәйге көндөң ҡиммәте ҙур, бер көн йылды туйҙыра”, тип боронғолар тиккә әйтмәгән. Йәйге көндөң ҡиммәте ҙурХужа­лыҡтың Ишҡар һәм Сүлте ауылдарында 1185 баш һыйыр малы аҫрала. Ә ишле көтөүгә аҙыҡ та мул талап ителә.
Бөгөн малдар – йәйләүҙә. Барлыҡ һөтсөлөк фермалары, шул иҫәптән йәйге лагерҙар ҙа, заманса һы­уытҡыстар, һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған. Көнөнә дүрт тоннанан ашыу һөт тапшырыла.






Вернуться назад