Былтыр күп илдәр Рәсәйгә ҡарата иҡтисади санкциялар ҡабул итте. Шуларҙың иң бәкәлгә һуҡҡаны – беҙҙең илгә аҙыҡ-түлек һатыуҙан баш тартыуҙары. Бығаса үҙебеҙҙә эшләгән фермаларҙы тамырынан юҡ итеп, сит тарафтан әҙер тауар алыуға күнеккәс, әлеге хәл ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Ошо сәбәпле магазинда ризыҡтарҙың хаҡы бермә-бер артты. Бөгөн беҙгә яттарға өмөтләнергә түгел — продукцияны үҙебеҙҙә етештерергә ваҡыт. Бындай шарттарҙа урындағы крәҫтиәндәргә таянырға кәрәк. Башҡортостанда байтаҡ ыңғай тәжрибә бар. Мәҫәлән, Ишембай районында бынамын тигән “Уңыш” хужалығы эшләп килә. Ул — республикала сусҡа аҫраған һирәк предприятиеларҙың береһе.
– Ит етештереү менән 2006 йылдан бирле шөғөлләнәбеҙ, – ти хужалыҡтың директоры Айҙар Тимерәшев. – Мең баш самаһы сусҡа аҫрайбыҙ. Малға етерлек игенде, бесәнде үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, бер ниндәй ҙә химик матдәләр ҡулланмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең тауарҙы баҙарҙа сират тороп алалар.
Айҙар Әмир улы белдереүенсә, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе эшҡыуарҙарға төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Мәҫәлән, сусҡаны үҫтереү өсөн беҙҙә һигеҙ ай тәрбиәләргә кәрәк. Ә сит илдәрҙә, төрлө химик матдәләр ҡулланып, уны ике айҙа һимертеп ҡуялар. Һөҙөмтәлә импорт тауары осһоҙораҡ булып сыға.
– Халыҡ бит һаулығын уйламай, осһоҙға алдана, – тип һүҙен дауам итә хужалыҡ етәксеһе. – Ә беҙ һәр яҡлап таҙа ит етештерәбеҙ. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, етди тикшереү үткәреп, тауарҙы сифатлы тип баһаланы.
“Бәхет булмаҫ та ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә”, ти урыҫтар. Рәсәйгә ҡарата ҡулланылған санкциялар үҙебеҙҙең хужалыҡтарға киң мөмкинлектәр асты. Хәҙер үҙеңдең тауарыңды рәхәтләнеп баҙарға сығарырға була.
“Уңыш” хужалығы етештергән ризыҡҡа халыҡ араһында ихтыяж ҙур. Улар мал үҫтереп кенә ҡалмай, махсус цехта сусҡа итен ыҫлайҙар, тоҙлайҙар. Етәксе Марат Хәбибуллин, Рима Саҙрисламова, Зөлфиә Дауытова, Наил Хисмәтуллин кеүек хеҙмәткәрҙәренең эшен юғары баһалай.
Әлбиттә, сусҡа итенә мосолмандарҙа мөнәсәбәт башҡасараҡ. Әммә ошо өлкәлә байтаҡ тәжрибәһе булған йүнсел Айҙар Тимерәшев бизнесының уңышлы барырына ышана һәм дөрөҫ юлдан атлауын былай аңлата:
– Салоның кеше өсөн файҙаһы фән тарафынан дәлилләнгән. Унда организмға бик кәрәкле һирәк аминокислота бар. Сало менән туҡланған кешеләр йөрәк сиренән яфаланмай хатта. Брежнев заманында Кремлдәге һәр кеше көнөнә 50 грамм сусҡа майы ашаған ...
Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа “Уңыш” кеүек хужалыҡтар күберәк булһын ине. Шул осраҡта беҙгә бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс тыуҙырмаҫ.