Һеҙҙән тәҡдим көтәләр!30.06.2015
Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын эшләүгә бәйле республика Фәндәр академияһы менән Иҡтисади үҫеш министрлығы социологик тикшеренеү ойоштора. Унда ҡала һәм ауылдарҙан алты мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ.
Стратегияла йәшәү кимәле сифатын яҡшыртыу, кеше потенциалын үҫтереү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре билдәләнә. Халыҡтың фекерен иҫәпкә алыу ҙа күҙаллана. Тикшеренеү сараһы республика халҡының көндәлек ихтыяжын һәм проблемаларын асыҡлау, Башҡортостан үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса уларҙың фекерен белеү, документты эшләүгә комплекслы ҡараш булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Сара 8 июндә башланып, 15 августа тамамлана.
Иҡтисади үҫеш министрлығы республика халҡын социологик тикшеренеүҙә ҡатнашырға саҡыра. Министрлыҡ сайтындағы анкетаны тултырып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.



Вернуться назад