Илгә тегенселәр кәрәк30.06.2015
Илгә тегенселәр кәрәкЙылдар үтеү менән ҡасандыр гөрләп эшләгән тегеү фабрикаларының юҡҡа сығыуы үҙен һиҙҙертә башланы. Бигерәк тә махсус кейемдең бер урында тегелмәүе байтаҡ сығым түктерә, ҡайҙалыр барып, эҙләп һатып алыу ҙа еңел түгел. Күптән түгел республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәктә еңел сәнәғәтте ҡайтанан тергеҙеү тураһындағы сығышы ла был фекергә ҡеүәт.

Төрлө өлкәлә эш башлаусылар етерлек, әммә еңел сәнәғәт тарма­ғына йөҙ бороусылар һирәк осрай. Күптән түгел Әбйәлил районының Дәүләт ауылында йәш эшҡыуар Линара Заһитова тегеү цехы асты. Киләсәктә махсус кейем һәм балалар әйберҙәре етеште­рәсәк “Колибри” яуаплылығы сик­лән­гән йәм­ғиә­тендә 150 кешегә эш буласаҡ, ә был – ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн табыш сығанағы. Оҫтахана менән яҡындан танышыу маҡса­тында уның хужабикәһе Линара Шәрифйән ҡыҙы оҙатыуында цех буйлап үтәбеҙ.




Илгә тегенселәр кәрәк— Буш торған иҫке мәктәп бинаһын ҡуртымға алдыҡ, ремонт үткәрҙек. Был өлкәлә тәжрибәм бар, ауыл халҡына яңы эш урындары булдырыу ниәтендә районда тәү­геләр­ҙән булып тегеү цехы астым. Бөгөн төрлө ауылдарҙан (йөрөп эшләргә риза булған) 44 кешене алдыҡ, әле уларҙың барыһы ла тәжрибә туплай, ике ай дауамында тегенселәрҙе өйрәтәбеҙ, стипендия түләйәсәкбеҙ, — ти Линара Заһи­това.
Эшләргә теләк белдереүселәр араһында ҡасандыр тегенсе булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, яңы шөғөлгә тәүге тапҡыр тотоноусылар ҙа бар. Улар араһында хатта ир-егеттең дә булыуы һоҡландырҙы. Ҡушый ауылынан Илнур Ғиниәтов яңы шөғөлдө үҙ иткән. Теләгең бар, ҡулың тилбер икән, барыһына ла өйрәнергә була, ти.
Тегенселәр дүрт бригадаға бүленеп, смена буйынса эшләй. Ял итеү һәм туҡланыу өсөн махсус бүлмәләр ҙә йыһазландырылған.Илгә тегенселәр кәрәк
Сәнәғәт тармағы өсөн тәғәйен­ләнгән өр-яңы “Typical” теген машиналары һатып алынған, тауар ситтән килтерелә. Барыһы ла өйрәнеп, тегенселәр менән штат тулыланһа, цех тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк. Тиҙҙән Дәүләттә етеште­релгән балалар әйберҙәрен һәм махсус кейемдәрҙе сауҙа нөктәлә­рендә осратырға тура килһә, тауарҙарының сифатына һис тә шикләнмәгеҙ.


Вернуться назад