“Бәхет булмаҫ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә”, ти урыҫтар. Был әйтемдең мәғәнәһен шәхси эшҡыуар Владик Нәбиуллин яҡшы аңлай. Барыһы ла илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороу осоронда башлана. Булған колхоз-совхоздар йә тарҡала, йә кемдеңдер ҡулына эләгә. Ана шундай буталсыҡ заманда баш зоотехник эшһеҙ ҡала. Тик тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ир баҙамай, йылҡы малын үрсетергә тотона.– Ул ваҡытта минең аҙбарымда бер генә бейә тора ине, – тип хәтирәләргә бирелә уҙаман. – Шулай ҙа ҡасандыр өйөр буласағына ныҡ ышандым һәм тырыштым. Күрше райондарға йөрөп бура бурап, арыу ғына аҡса йыям да йәнә бейә һатып алып ҡайтам.
Әлбиттә, Владик Вәдит улының был тиклем тырышыуына көлөп ҡарағандар ҙа табыла.
– Кит, ниңә юҡ менән булышаһың?! Шул ат үрсетәм тип ғүмереңде бушҡа үткәрәһең бит! – ти берәүҙәр.
– Мал аҫрап кем байыған? Ул тиклем өҙгөләнмәһәң дә ярар ине, – тиеүселәр ҙә табыла.
Ләкин егәрле ир үҙ маҡсатына тоғро ҡала. Хәләл ефете Флүрәнең һәр эштә бер һүҙҙән булыуы, Илгиз улының ярҙамсыллығы уны дәртләндереп ебәрә. Йылдар үтеү менән йүнсел үҙенең хаҡлығына инана. Тырышҡан — табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
Бөгөн Владик Нәбиуллиндың хужалығында 200-ҙән ашыу йылҡы малы бар. Улар башлыса француздарҙың “першерон” тоҡомон үрсетә. Был аттар матур буй-һыны менән генә түгел, итте күп биреүе менән дә отошло.
– Йылына илле баш йылҡыны баҙарға сығарабыҙ, – ти Владик Вәдит улы. – Шөкөр, район хакимиәте етәкселеге фермерҙарға һәр саҡ ярҙам итә. Уларҙың хәстәрлеге менән ит һатыу ҙа яҡшы ойошторолған. Район менән килешеү буйынса, беҙ Силәбе өлкәһенә лә продукция оҙатабыҙ.
Эшҡыуар белдереүенсә, районда ауыл хужалығын үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Мәҫәлән, ул яңыраҡ ҡына дәүләт ярҙамы менән ярты хаҡҡа трактор һатып алған. Фермерҙың ашлама һаҡлау өсөн урыны ла булмаған. Урындағы етәкселек иһә элекке колхоздың буш торған бинаһын уға ҡулланыуға тапшырғас, эш көйләнгән.
Владик Нәбиуллиндың ҡыҙы Ида ла, атаһынан күреп, ошо кәсепкә тотонмаҡсы. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамам- лаған һылыу ауылда ҡалырға уйлай.
– Мин ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә башлайым, – ти Ида. – Бының өсөн башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетер кәрәк. Сөнки нәҡ улар ғына һөттө күп бирә. Ҡымыҙ цехын төҙөнөк, әле тейешле документтар әҙерләп йөрөйөм.
Нәбиуллиндарҙың был маҡсаты ла тормошҡа ашасағына шик юҡ. Тырыштар хыялды ысынбарлыҡҡа әйләндерә ала.