“Тырышһаң, түҙһәң, барыһы ла була”27.06.2015
“Тырышһаң, түҙһәң, барыһы ла була” – Икебеҙ ҙә бер ауылдан булып, бер-беребеҙҙе белһәк тә, яҡындан танышып китербеҙ тип уйламағайным, — ти Нәсим, һуңынан, йылмайып, былай тип өҫтәй, — донъя ҡыҙыҡ икән ул...


“Донъяның ҡыҙыҡ”лығы шунан ғибәрәт: совхоз үҙәге Липовка — Яңы Шишмә ауылы араһы ярайһы алыҫ ҡына. Әлфиә — бухгалтер, Нәсим — урындағы леспромхоз эшсеһе. Юл — уртаҡ. Ошо юлды егеттең машинаһы ҡыҫҡарта, йәштәрҙе эҫендерә. Ә хужалыҡ тарҡалыу менән... ҡыҙ эшкә бармай башлай. Осрашыуҙар кискә ҡала. Күп тә тормай, Нәсим, китапса әйтһәк, ҡыҙҙың ҡулын һорай.
Абдрафиҡовтар 1995 йылда өйләнеп, туй үткәрһә, бер йылдан инде өй туйлайҙар. Йәштәр икеһе лә тырыш, татыу ғаиләнән. Шуға ата-әсәләре, туғандары ла ярҙамлаша, эшләйем, тормош көтәм тигән кешегә булышҡы килеп тора бит ул. Ә бөтмөрлөккә килгәндә, сәм дә, дәрт тә етерлек була Нәсим менән Әлфиәлә. Шунда уҡ һыйыр малы, ҡош-ҡорт һанын арттырырға керешәләр. Тағы бер нәмәне яҡшы аңлай улар — бөгөнгө заманда тик үҙеңә ышанып ҡына йәшәп була.
Өс һыйырға еткергәс, һөтсөлөк тармағын һайлайҙар. Яйлап һауын һыйырҙары һаны ун бер башҡа барып баҫа. Ике йыл элек үҙ эшен аса Нәсим. Уҙған йыл миллион ярым һумлыҡ грантҡа эйә булалар.
– “Симменталь” тоҡомло мал, трактор, сапҡыс менән преслау агрегаты алдым. Ярҙам иткән барыһына ла рәхмәт. Әле йөҙ гектар көтөүлек юллап йөрөйөм, — ти хужа.
Техника булғас, фермер диләнкә ала. Әлеге көндә үҙ ихатаһында картуф баҡсаһы урынына киңлеге — туғыҙ, оҙонлоғо 30 метрға бәләкәй ферма бинаһы төҙөйҙәр.
– Эшләп китеүе бер кемгә лә еңел түгел, — ти Нәсим. — Нисек тә түҙергә, тегенән-бынан өҙгөләргә инде. Ҡабаланырға ла ярамай, һәр нәмәгә ваҡыт кәрәк бит. Көн дә ныҡлап бер эш башҡарһаң ғына алға барып була.
Нәсим менән Әлфиәнең ярҙамсылары үҫеп килә. Бына-бына армиянан ҙур улдары Әлмир ҡайтырға тора. Мәктәптә уҡыған Радмир менән Илвир ҙа ҡул араһына ингән. Бәләкәй Эмилдең иһә үҙ хәстәре: быҙауҙар янынан ингеһе килмәй.
Бына шулай, сылтырап аҡҡан шишмәләр, күлдәр, ағаслыҡтар араһына һыйынған Яңы Шишмә ауылында ябай ғына ғаилә үҙ йүнен күреп йәшәп ята. Улар һымаҡ тырыштар ҡулында бит ауылдарыбыҙҙың киләсәге лә.






Вернуться назад