Ғәҙәттә, күп эшләгән кеше аҙ һүҙле булып сыға. Улар ниндәй генә уңышҡа өлгәшһә лә, был турала шымып ҡалыуҙы хуп күрә. Бүтәндәр араһында маһайып, танауын күккә сөйөп йөрөмәй. Ундай уҙамандар өсөн хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күреүҙән дә оло шатлыҡ юҡтыр. Бәләбәй районындағы “Сулпан” хужалығының етәксеһе Урал Нәбиуллин тап шундай ир-ат иҫәбенән. – 2006 йылда бындағы хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкәйне, – тип хәтирәләргә бирелә Урал Рауил улы. – Күп уйлап тормай, көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Кооперативтың тороп ҡалған барлы-юҡлы мөлкәтен, малын һатып алдым. Шунан алып игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ.
Инде дәртләнеп эшләргә тотонғас, эшҡыуар ҙур бәләгә тарый. Элекке хужалыҡтан ҡалған бөтөн мал да лейкоз сирле булып сыға. Ә ундай һыйырҙан һауылған һөт эсергә яраҡлы түгел! Бындай хәлде көтмәгән крәҫтиән тәүҙә ҡаушап төшә. Ярай әле район хакимиәте иғтибарынан ситтә ҡалдырмай.
Шулай итеп, Урал Нәбиуллинға сирле мал менән хушлашырға тура килә. Уларҙың урынына тоҡомло 120 баш һыйыр алына. Әлбиттә, бының өсөн ете миллион һумлыҡ кредит юллай.
Бөгөн “Сулпан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңышлы ғына эшләп килә. Хужалыҡ көн дә тоннанан ашыу аҡты Бәләбәй һөт комбинатына тапшыра. Бынан тыш, тоҡомло башҡорт атын үрсетеүгә лә тотонғандар.
– Бәләкәй саҡтан ат яратам шул! – тифермер, йылмайып. – Әле йылҡы иҫәбе алтмыштан ашып китте. Алла бирһә, ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ етештерә башларбыҙ, тип хыялланам.
Эшҡыуар тағы бер сере менән уртаҡлашты әле. Баҡтиһәң, һарыҡ үрсетеү эшенә лә тотонмаҡсылар икән. Яҡын арала Һамар өлкәһенән тоҡомло һарыҡтар килтерелергә тейеш. Уларҙың ауырлығы 90-110 килограмға етә, тиҙәр.
Бынан тыш, Урал Рауил улы күптән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә 130 умартаһы бар.
Ошондай егәрле ир-атҡа нисек һоҡланмайһың инде! Уның тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан да юғары баһаланған. “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе күкрәген биҙәй. Әммә Урал Нәбиуллин өсөн иң ҡәҙерлеһе – яҡташтарының хөрмәте. Үҙҙәрен эшле иткән, ауылға йән өргән уҙаманға күптәр рәхмәтле.