Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы27.06.2015
Башҡортта “Ашаған белмәҫ, тураған белер” тигән әйтем бар. Был ябай ғына фекерҙә тәрән аҡыл ята. Уны мин хатта XVII быуатта йәшәгән итальян иҡтисадсыһының фәлсәфәһе менән сағыштырыр инем. “Ашнаҡсы менән крәҫтиәнгә берәр һауыт борсаҡ бирегеҙ. Ашнаҡсы был борсаҡтан бутҡа бешерер, ә крәҫтиән 40 һауыт уңыш алыр”, — тигән ул. Тәү ҡарамаҡҡа ғалим ике хеҙмәт араһындағы айырмалыҡты күрһәтергә ынтыла кеүек. Йәнәһе, тәүгеһе булған ризыҡты арттырмай, киреһенсә, юҡ итеүгә юл ҡуйһа, икенсеһе байлыҡ етештерә. Асылда иһә иҡтисадсы ысынбарлыҡты һүрәтләй. Уйлап ҡарағыҙ, йәмғиәттә лә шулайыраҡ килеп сыға түгелме һуң? Етештереүселәр ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем байыраҡ йәшәйәсәкбеҙ.

Ошо көндәрҙә Михаил Горбачев башлаған үҙгәртеп ҡороуҙың 30 йыллығын билдәләнек. Өс тиҫтә йыл эсендә дәүләтебеҙҙең иҡтисади структураһы ҡырҡа үҙгәрҙе. Заманында трактор, комбайн, телевизор, сәғәт, фотоаппарат, һыуытҡыс етештереү буйынса донъяла беренсе урында килгән Тыуған илебеҙҙең был ҡаҙаныштары бөтөнләй онотолдо. Инженерҙар һаны буйынса алдынғы Советтар Союзы вариҫы булған дәүләт бөгөн юристар һәм иҡтисадсылары менән генә “ғорурлана“ ала. Уның ҡарауы, Ҡытай үҙенең тауарҙары менән бөтөн донъяны тултырҙы. Күрше Беларусь Республикаһы ла техника, аҙыҡ-түлеге менән дан тота. Даими үткәрелеп килгән йәрминкәләрҙә белорустар йыл һайын яңы комбайн, тракторҙарын тәҡдим итә, ә беҙ иһә әле булһа 1962 йылда сығарыла башлаған “Кировец”ты күрһәтәбеҙ. 2013 йылда Рәсәйҙә 12396 трактор йыйылған, һуңғы трамвай быйыл ғинуарҙа файҙаланыуға тапшырылған, апрелдә барлығы 183 станок етештерелгән, ете кешегә бер пар күн аяҡ кейеме тегелгән. “Прогресс”, “Протон”дар тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Яңыраҡ Рәсәйҙең элекке иҡтисад министры Андрей Нечаев шундай мәғлүмәт еткерҙе: 140 миллион халыҡтың 15 миллионы ғына реаль тауар етештереү менән шөғөлләнә. Ҡалғандар бүлешеү, урлашыу менән мәшғүл. Икенсе төрлө әйткәндә, һәр етештереүсе үҙе өлгәшкән уңыштың 90 процентын ҡалғандарға “таратып бирергә“ тейеш була. Билдәле, ул үҙ теләге менән бүлешмәй. Ошонда хасил була ла инде тартып алыусылар. Сауҙа селтәрҙәре – арттырып һатыу, банктар – юғары процент, страховка компаниялары – мәжбүри хеҙмәттәрҙе көсләп тағыу, чиновниктар коррупция аша… Һөҙөмтәлә фермер етештергән 12-15 һумлыҡ һөт халыҡҡа барып еткәнсе 60 һумға төшә, уныһы ла һөт түгел, ә һөтлө эсемлек.
Түбәндәге һандарға күҙ һалайыҡ. Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 402 мең кеше төрлө шәхси фирмаларҙа һаҡсы булып эшләй. Элекке вахтер әбейҙәр урынына типһә тимер өҙөрлөк егеттәр көнө-төнө кеше мөлкәтен һаҡлап ваҡытын үткәрә. Хәҙер депутаттар дружинниктарҙы күбәйтмәксе. Полицей­скийҙар һаны буйынса Рәсәй донъяла беренсе урынды биләй. Һәр 100 мең кешегә беҙҙә 565 полицейский тура килә, икенсе урындағы Төркиәлә — 475, АҠШ-та 300 тәртип һаҡсыһы иҫәпләнә. Наркополицейскийҙарҙы, ФСБ, СК, прокуратура, төрмә, ЮХХДИ хеҙмәткәр­ҙәрен, армия һәм флот хәрбиҙәрен алһаң, беҙҙә хәүефһеҙлек кимәле иң юғары булырға тейеш. Юҡ, киреһенсә. Кеше ғүмеренә ҡул һалыу буйынса Европала беренсе урында торабыҙ: 100 мең кешегә 9,7 үлем осрағы тура килә.
Банк, сауҙа, финанс, сервис, туризм тармаҡтарында эшләгәндәрҙең дә ашағыһы килә. Етмәһә, улар ябай хеҙ­мәткәр түгел, креатив һүҙҙәр менән әйт­кәндә, риэлторҙар, клерктар, шоу­мен­- ­дар, артистар, йырсылар, спортсылар, күрәҙәселәр, аналитиктар, юристар… Һәр береһе үҙ өлөшөнә өмөт итә.
Марксизм тәғлимәтендә тәрбиәлән­гән совет кешеһе ни сәбәптәндер ошо ҡармаҡҡа еңел генә эләкте. Етештереү хеҙмәтен дә мигранттар ҡулына тап­шырҙыҡ. Продукттың төп өлөшөн башлыса тәбиғәт байлыҡтары (газ, нефть, металл һ.б.) ҡаплай. Беҙ хәҙер туризмды ла ошо тармаҡҡа индерәбеҙ. Ул юғарыла әйтеп үтелгән “борсаҡтан бутҡа бешереүгә” генә тиң бит. Көн­ба­йыш байҙары ял итһен өсөн дөгө, шәкәр ҡамышы плантацияларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан Таиландты, каучук, манго, банан етештереү урынына сит ил туристарын хеҙмәт­ләндерергә мәжбүр урындағы халыҡты оноторға ярамай. Үҙенең йәшелсәһе менән дан алған Болгарияла инглиз пенсио­нер­ҙары ғына йәшәгән тотош ауылдар барлыҡҡа килгәнен дә иҫтә тоторға кәрәк, бер аҙҙан беҙҙә лә был хәлдең ҡабатланыуы ихтимал. Һәр хәлдә, Нуриман районына бер немец килеп төпләнгәнен беләм.
Етештереү булмағас, бюджет мөмкинлектәре йылдан-йыл ҡыҫҡара. Һалым йыйыу өсөн дәүләт башлыса ябай халыҡҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр – ни эшләһен, иғәнә түләрлек предприятиелар кәмей. Шуның арҡаһында яңынан-яңы һалымдар уйлап сығарыла. Йә торлаҡ өсөн, йә Интернет өсөн, йә диспансерлаштырыу үтмәгән өсөн… Модернизациялау, инновация тигән пландар ҡағыҙҙа ғына ҡалып килә.
Шуныһы аптырата: реаль тауар етештергән тармаҡтар — мәғариф, медицина, мәҙәниәт – ҡыҫҡартыуға дусар ителә. Тотош донъя бушлай медицина, уҡыу йорттарына, музейҙарға күсә барғанда, беҙҙә, киреһенсә, был тармаҡтарҙы ҡыҫҡартыу сараһын эҙләйҙәр. Сәләмәт, уҡымышлы, мәҙәниәтле йәмғиәттә етештерелгән эске тулайым продукттың күберәк икәнен аңлау фарыз. Германия, Франция, Канада, Швейцария һаулыҡ һаҡлау тармағына эске тулайым продукттың 11-12 процентын йүнәлтһә, беҙҙә — 3,7-3,8 процент ҡына. Шул уҡ ваҡытта футбол, хоккей командалары өсөн сарыф ителгән аҡса иҫәпләнмәй – һәр етәксе үҙенең рейтингы өсөн айырым спорт төрөн, командаһын булдыра. Бына ҡайҙа ҡулайлаштырыу кәрәк ине.
Көнбайыш дәүләттәренән алынған был “паразит” тармаҡтарҙы продукт етештереүҙә ҡатнаша тигән яңылыш ҡараш арҡаһында килгән юғалтыуҙар дауам итә. Унда бөгөн статистика органдары наркобизнесты ла, фәхишәлекте лә продукт етештереүҙә ҡатнаша тип һанарға әҙер. Шул уҡ Бөйөк Британияла секс менән наркотиктар йылына 16,7 миллиард доллар табыш килтерә икән. Быны продукт етештереү тип иҫәпләһәң, иҡтисади үҫеш, йәнәһе, 1 процентҡа артасаҡ. Ошо ябай манипуляция менән иҡтисадты алдарға маташалар. Был тармаҡтар байлыҡты арттыра торған булһа, ата-бабалар ошо “еңел хеҙмәт“ менән генә шөғөлләнер ине.
Был хәл артабан да дауам итһә, беҙгә совет осоронан ҡалған байлыҡты ашап бөтөрөргә күп ҡалманы. Үҙебеҙҙә ысын продукт етештереүҙе ойоштора алмаһаҡ, ниндәй киләсәк көткәнен күҙаллауы ауыр түгел.


Вернуться назад