Күсейҙәге күлдә нимә бар?27.06.2015
Күсейҙәге күлдә нимә бар? Һуңғы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төрлө республика программалары уңышлы эшләй. Күптәр малсылыҡ, игенселек, үҫемлекселек буйынса үҙ эштәрен аса, дәүләт ярҙамы ала. Әммә балыҡсылыҡ тармағында шөғөлләнергә теләгәндәр һирәгерәк. Дөрөҫ, уны үтә табышлы тип булмай. Балыҡ үрсетеп, уны тоторға рөхсәт иткәнсе бер ике йылың үтеп китә. Ләкин күптәрҙең яңы тотолған балыҡты үҙ итеүе, уларҙың башлыса ситтән килтерелеүен иҫәпкә алғанда, был йүнәлеш килемле тойола.

Күсей ауылында Исмәғил Әхмәтов хеҙмәт юлын “Ирәндек” совхозында башлай: оҙаҡ йылдар агроном булып эшләй. Үҙ эшен аса, йәшелсәселек менән шөғөлләнә, ҡатыны Гөлсирә Рәшит ҡыҙы менән берлектә икмәк бешереү цехы һәм магазин асып ебәрә. Гөлсирә апайҙың хуш еҫле әпәкәйҙәрҙең тәмен әле булһа ауылдаштары онотмай. Йылдар дауамында эшҡыуарлыҡ өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаһа ла, төрлө сәбәптән үҙ эшен ябырға тура килә Исмәғил Муса улына.
Әммә, буш ваҡытында балыҡ ҡармаҡ­лаған ирҙең күңелен йылдан-йыл тыуған ере тәбиғәтенең бысраныуы борсой. Суртан, Йәшелле, Аксинья күлдәре һайыға, балыҡ бөтөнләй күренмәй. Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән улы Тимур атаһына ауыл эргәһендәге һыу ятҡылыҡ­тарын ҡуртымға алып, уларҙа балыҡ үрсетеп ҡарарға тәҡдим итә. Интернет аша был йүнәлештә эш башлаусылар менән бәйләнешкә инә, уларҙан кәңәш алып бизнес-план төҙөй.
Улының тәҡдименә ҡушылып, Исмәғил Әхмәтов тәүәккәлләргә була. Тәүҙә крәҫ­тиән (фермер) хужалығы асып ебәрә, “2014 — 2016 йылдарҙа Баймаҡ районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала. Тағы ла үҙенең 500 мең аҡсаһын ҡушып, тәүге аҙымдар яһай. Күсей ауыл биләмәһенә ҡараған Балыҡлы, Әптекәй, Үләнле күлдәрен ҡуртымға ала. Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге һыу һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтары менән килешеү төҙөй.
— Кәрәкле ҡағыҙҙар юллауға йылдан ашыу ваҡыт сарыф ителде. Ризалыҡ алғандан һуң да төрлө кәртәләрҙе йырып сығырға тура килде, — ти эшҡыуар. — Тәүҙә күлдәрҙе сүп-сарҙан таҙарттыҡ, тирә-яғын рәткә килтерҙек. Беседкалар эшләп ултырттыҡ, ҡый һалыу өсөн махсус һауыттар урынлаштырҙыҡ. Әле ҡарауылсы өсөн йорт хәстәрләргә кәрәк, артабан күл буйында ял итеүселәр өсөн биналар, мунса төҙөү кеүек уйҙар ҙа юҡ түгел.
Бөгөн Исмәғил Муса улы үҙенең күлдәренә күп кенә һаҙан балығы, 300 мең пелядь, ҡара балыҡ, аҡ амур, киң маңлай (толстолобик) селбәрәләрен ебәргән. Уларҙы күлдәге кәрәкмәгән балыҡтар (бигерәк тә ротан) юҡ итмәһен өсөн таҙартып тороу мотлаҡ. Шуныһы күңелде әсендерә: ни өсөндөр яңы эш башлау­сыларға дәүләт ярҙам күрһәтергә ынтылһа ла, урындағы ҡайһы бер власть органдары тарафынан төрлө кәртәләргә юлығаһың. Мәҫәлән, күптән түгел эшҡыуарҙың иң кәрәкле резина кәмәһен, рейд тикшереүе үткәрәм, тигән һылтау менән участковый тартып алған. Был хаҡта эшҡыуарҙың ҡатыны Гөлсирә Рәшит ҡыҙы бик борсолоп һөйләне.
— Шөғөлһөҙ, аҡсаһыҙ ултырған­дарҙы, урамда эсеп йөрөгәндәрҙе тикшереүсе лә, тотоусы ла юҡ. Эш асып, халыҡҡа эш урындары булһын тип тырышыусыларҙы эте лә, бете лә тикшерә башлай, — ти ул, әсенеп.
Яңы йүнәлештә эш башлаған эшҡы­уарға ярҙам итеүселәр ҙә, ярҙан этеүселәр ҙә юҡ түгел. Шулай ҙа Исмәғил Әхмәтов алдына ҡуйған маҡсатты йырып сығырға, киләсәктә балыҡсылыҡ тармағын ныҡлап үҫтерергә уйлай. Балыҡты ыҫлау серҙә­ренә өйрәнергә лә уйы юҡ түгел. Тырыш эшҡыуарға ярҙам итергә атлығып торған ҡатыны Гөлсирә менән улы Тимур булғанда, барыһын да атҡарып сығырға ышанысы ҙур уның.









Вернуться назад