Нәбигә – мәктәп, Монасипҡа күпер кәрәк19.06.2015
Нәбигә – мәктәп,  Монасипҡа күпер кәрәк Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге эшсе төркөм Бөрйән районының социаль-иҡтисади хәле менән танышты. Сәфәрҙә төрлө министрлыҡ, ведомство башлыҡтары ҡатнашты.

Район үҙәге менән байтаҡ ауыл араһындағы юлдың насарлығы, ҡайһы бер урындарҙағы социаль учреждениеларҙың иҫкелеге, электр менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү сығанағы, бәғзе ерҙә Ағиҙел аша күпер булмауы – төпкөлдә ятҡан Бөрйәнгә хас иң ҡырҡыу мәсьәләләр. Мәҫәлән, Иҫке Монасип мәктәбенең Нәби филиалы, район үҙәге янындағы ҡасабаның туғыҙ йыллыҡ белем усағы авария хәлендә. Эш сәфәре барышында етәк­се­лек был биналарҙы яҡындан күреп, проблеманы яйға һалыу йәһәтенән аныҡ тәҡдим индерҙе.
Бөрйәндең байтаҡ ерендә төҙөлөш бара. Әйтәйек, Иҫке Собханғолда яңы мәктәп һалына (был турала гәзиттең үткән һандарының бере­һендә яҙылғайны). Бында шулай уҡ “Юлбарс” йәм­ғиәте ҡунаҡхана төҙөй, объект тиҙҙән фай­ҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ә Байназар ауылында 1 500 кВт ҡеүәтенә эйә резервлы электр стан­цияһы ҡуйыу ҡарала.
Урындарҙа ошо һәм башҡа мәсьәләләр менән танышҡандан һуң, Рөстәм Мәрҙәнов район үҙәгендә төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Кисә иһә Иҫке Собханғолда “Боронғо изге урын­дар: археология, йола, мифология” тигән ха­лыҡ-ара симпозиум асылды. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең мәмерйәләрҙе, палеолитик сәнғәтте һаҡлау өлкәһендәге ғалимдары, археологтар шул көндә үк Шүлгәнташҡа сәфәр ҡылды. Милли ҡомартҡыны һаҡлау проекты Башҡортостан Баш­лығының биш миллион һумлыҡ гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.



(Саралар хаҡында тулы мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарында танышырһығыҙ).


Вернуться назад