Алтын ҡуллыларға ил таяна17.06.2015
Алтын ҡуллыларға  ил таяна Киров исемендәге кооператив — район иҡтисадына тос өлөш индергән хужалыҡтарҙың береһе. Унда Түбәнге Исҡуш, Үрге Исҡуш һәм Сосновый Лог ауылдарынан йәмғеһе 80-гә яҡын кеше эшләй.

– Һыйыр малының һаны меңдән артып китте, – ти кооператив рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрий Лутков. – Етештергән аҙыҡты һатыу буйынса әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ. Яңы ғына һауылған һөт Сыбаркүлдәге заводҡа оҙатыла, ә инде итте үҙебеҙҙә теләп алалар.
Бындай уңышҡа өлгәшеү бер көнлөк кенә эш һөҙөмтәһе түгел. Әлбиттә, хужалыҡтың төрлө саҡтары булған. Бурысҡа батып, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләй алмаған осорон да кисергәндәр. Ләкин ниндәй генә һынау осрамаһын, ул, бүтән колхоздар кеүек, тамырынан юҡ ителмәгән. Шулай Калинин исемендәге кооперативтың бөгөнгөһө шатландыра.
Етәксе Юрий Николаевич белдереүенсә, күптән түгел заманса һөт тултырыу ҡорамалдары урынлаштырылған. Был иһә һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйткән. Һыуытҡыс алыу ҙа байтаҡ мәшәҡәттән ҡотолдорған. Бынан тыш, транспортерҙар тиҫтәгә яҡын эшсәнде алмаштырған. Малға аҙыҡты ла етерлек итеп әҙерләйҙәр. Хатта артып ҡалған ашлыҡты бүтән крәҫтиәндәргә һаталар.
Юрий Лутков үҙе ошо хужалыҡта әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан бирле эшләй. Сос егетте ябай водитель һөнәренән алып етәксе дәрәжәһенә тиклем үрләтәләр. Бөгөн дә уның өлгөһөндә эшкә бирелгән йәштәр кооперативта байтаҡ.
Апалы-һеңлеле Мария Журавлева менән Елена Дунаева (һүрәттә) ана шундай булдыҡлы һылыуҙар иҫәбенән.
– Беҙҙең нәҫел-нәсәптән барыһы ла тиерлек ошонда эшләй, – ти ҡыҙҙар. – Атайыбыҙ мал ҡарай, әсәйебеҙ оҙаҡ йылдар һауынсы эшен башҡарып, хаҡлы ялға сыҡты. Уның эшен хәҙер беҙ дауам итәбеҙ.
– Башҡа яҡҡа эшкә китергә уйламайһығыҙмы? – тип һорап ҡуйҙым.
– Юҡсы-ы, – тип ҡырҡа яуап бирҙе Мария. – Шөкөр, балаларыбыҙ бар, өйҙә эшһеҙ ятмайбыҙ. Беҙ ошо ергә ереккәнбеҙ инде.
Һауынсылар менән һөйләшеп ултырған арала Елена ҡайҙалыр ашыҡҡандай сәғәтенә ҡат-ҡат ҡарап алды. Шунан:
– Ғәфү итегеҙ инде, беҙгә һауынға өлгөрөргә кәрәк, – тип итәғәтле генә өндәште. – Малдарҙы көттөрөп булмай шул...
Был осрашыуҙан һуң күңелгә йылылыҡ йүгерҙе. Юғиһә бөгөнгө йәштәрҙең күбеһе ауылдағы тормошто хуп күрмәй, ҡалаға атлығып тора бит. Эштән ҡурҡмаған, хеҙмәте менән үҙ ерен биҙәргә ынтылған кешеләр бар шул арабыҙҙа. Шундай алтын ҡуллыларға ил таяна ла инде.


Вернуться назад