Малды ғына түгел, кешелекте дауалай27.05.2015
Малды ғына түгел,  кешелекте дауалай Академик Константин Скрябиндың: “Медицина – кешене, ә ветеринария кешелекте дауалай”, — тип әйткән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки йәмғиәттә иң кәрәкле һәм яуап­лы һөнәрҙәрҙең береһе булған ветеринария хеҙмәтенә һәр ваҡытта ла ихтыяж ҙур. Йәмәғәт малсылығында, шәхси хужалыҡтарҙа сирҙе иҫкәртеү, диагнос­тика һәм дауалау сараларын ойоштороуҙы, үткәреүҙе тәьмин иткән тармаҡтың яҙ етеү менән эше бермә-бер арта.
Ветеринария белгестәре граждандарҙың һаулығын, малсылыҡ продукцияһының хәүефһеҙлеген, райондағы эпизоотик именлекте һаҡлау ниәтенән байтаҡ эш башҡара. Тармаҡтың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында “Әбйәлил районы ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы начальнигы Вәлиәхмәт ӘСӘҘУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



— Вәлиәхмәт Сәлихйән улы, ветеринария хеҙмәткәрҙәренә ниндәй бурыстар йөкмәтел­гән?
— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр кешегә һәм малға хас сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа, мал, үҫемлек продукцияһына контроллек итергә, йоғошло сир­ҙәрҙе дауаларға, иҫкәртергә тейеш. Шулай уҡ йыл һайын хайуандарҙың ауырыуын иҫкәртеү, малсылыҡ фермаларында санитария тәртибе булдырыу, ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарын иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеү буйынса ветеринар амбулатор карта ғәмәлгә индерелгән. Иң күләмле һәм яуаплы эштәрҙең береһе – вакцинация, шәхси йорттарҙа һәм хужалыҡтарҙағы малға укол һалып, айырыуса хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы иммунитетты көсәйтеү. Яҙ етеү менән ҡан алыу башлана, бруцеллезға ҡаршы вакцина һалына.
— Әйткәндәй, бындай хеҙмәттәр түләүлеме?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә барған ҡулай­лаш­тырыу еле беҙҙең тармаҡты ла урап үтмәне, бөгөн күпселек ветеринария хеҙмәттәре түләүле. Һәр хужа үҙенең этен, бесәйен, малын һау-сәләмәт күргеһе килһә, мотлаҡ мал табибына мөрәжәғәт итә. Уларҙың барыһына ла ветеринар эшкәртеү үткәрелә. Шулай уҡ мал хужаһының ризалығы менән биркалар ҡуйыу, уны яһалма ҡасырыу, йорт хайуандарының паспортын эшләү кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.
— Белеүебеҙсә, Әбйәлил районында йыш ҡына ҡотороу ауырыуына карантин иғлан ителә. Быға нимә сәбәпсе?
— Ҡотороу ауырыуын йыш ҡына ҡырағай хай­уандар — төлкө, бүре, ҡыр сысҡандары – таратыу­сан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы беҙ бер нисек тә көрәшә алмайбыҙ, ҡыр хай­уандарына ҡотороуға ҡаршы вакцина һалыу мөмкин түгел. Сиргә дусар булған төлкө йорт бесәйе менән һуғыша, уныһы хужаһына ҡайта, бына шул рәүешле ауырыу тиҙ тарала. Иң мөһиме — һәр хужа малына ваҡытында прививка яһал­ғанмы, эте бәйһеҙ тү­гелме, бесәйе йорт тирәһендә йөрөймө икәнен үҙе күҙәтеп торорға тейеш.
Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк: күрше Силәбе өлкәһендә бешмә (ящур), туберкулез, бруцеллез ауырыуҙары йыш осраусан, ҡайһы ваҡыт беҙҙең халыҡ, ветеринария хеҙмәтен иҫкәрт­мә­йенсә, ошо төбәктәрҙән районға мал, уның менән бергә ҡурҡыныс ауырыу индереүе мөмкин. Бәғзе бер кешеләр хатта ветеринар хеҙмәткәрҙәрен ихатаһына, мал ҡураһына индермәй, малын тик­шереүгә ҡаршы килә. Уларҙың һаулығы өсөн хужалары яуап биреүен һәр кем иҫтә тотһон ине. Төп ветеринария талаптары (ситтән ветеринар белеш­мәһеҙ мал ҡайтартмау, үҙ ваҡытында вакцинация һәм тикшереү башҡартыу, сир билдәләре тура­һында шунда уҡ белгестәргә хәбәр итеү) — тайпылышһыҙ үтәлә торған шарттарҙың береһе.
— Һәр эштә лә проблемалар булмай тормай­ҙыр...
— Былтыр республика етәкселеге ярҙамы ме­нән 4 миллион 500 мең һум аҡса бүленеп, 12 үләк­һә соҡоро эш­лә­нек. Уларҙың барыһы ла бөгөнгө санитария нормаларына тап килә. Кешеләр үлгән малын махсус урынға илтеп ташлаһын ине тигән теләктәмен. Хатта ҡайһы бер осраҡта мал ҡайҙа ятып үлә, шунан уны алыусы ла табылмай. Икен­сенән, яңы талаптар беҙҙең эшкә йоғонто яһамай ҡалманы, сөнки әле район буйынса бер генә урында — Асҡарҙа мал һуйыу цехы эшләй. Шәхси ихаталарҙан белешмә һорап йыш киләләр, уларҙың барыһының да йомошон ыңғай хәл итеп булмай. Бөгөн тағы ла өс эшҡыуар мал һуйыу буйынса үҙ эшен асырға уйлай, улар менән даими шөғөлләнәбеҙ, ярҙам итәбеҙ.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: элегерәк йәнлек тотҡан һунарсылар өсөн дәртләндереү саралары була торғайны. Өйөрө менән йөрөгән йәнлеккә һунар итеүселәр табылмай, сөнки уны атыу өсөн һатып алынған патрондың хаҡы үҙ-үҙен аҡламай. Ниндәйҙер ҡотороу сире таралһа, күмәкләшеп аптырауға төшәбеҙ, имеш, ул ҡайҙан килеп сыға, ни өсөн иҫкәртеү саралары күрелмәй? Был тәң­гәлдә тейешле органдар тарафынан аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителерме икән?
— Коллективҡа килгәндә...
— Райондың һәр ауыл биләмәһендә ветеринар участка бар, бөтәһе 35 кеше эшләй. Коллектив берҙәм һәм татыу. Бигерәк тә Самат Шаһимәр­ҙәнов, Әлхәм Солтанов һәм Фәрүәз Итәкиеваларҙы маҡтап телгә алыр инем.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.





Вернуться назад