Яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа химия тармағының үҫеше, инвестиция проекттары, ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ингән дәүләттәрҙең мөмкинлеге йыйында һөйләшеүҙең төп йүнәлештәренең береһе булды. “Башхим”дың генераль директоры Сергей Мерзляков сығышында мөһим теманы күтәрҙе. Уның әйтеүенсә, һалым өлкәһендәге сәйәсәткә бәйле, этиленды артабан эшкәрткән һәм ҡулланған компаниялар йыл башынан уны ҡыйбат хаҡҡа һатып ала. Һөҙөмтәлә был компаниялар этиленды үҙе етештереп эшкәрткән предприятиелар менән тигеҙ булмаған шарттарҙа ҡалды.
Сергей Мерзляковтың сығышынан һуң зал йәнләнеп китте. Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Кирилл Молодцов этилен өсөн һалым ҡайтармаһы мәсьәләһе тикшерелеүен белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович: “Беҙ бының менән шөғөлләнәбеҙ. Ошо юҫыҡта ил иҡтисадына зыян килтермәй торған юл табылыр”, – тине.
Йыйындың эше һөҙөмтәле булды, тип билдәләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов йыл да үткәрелгән “Ҙур химия”ның республикалағы химия сәнәғәте предприятиеларының эҙмә-эҙлекле үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын, мәҫәлән, “Башнефть”, “СИБУР”, “Башҡортостан сода компаниялары”ның эшмәкәрлегенең алға китеүен телгә алды. Шулай уҡ төбәктә эре һәм кесе эшҡыуарлыҡты кластерҙарға туплау тормошҡа ашты.
Һуңынан “Башҡортостан Республикаһының корпорация үҫеше” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Башнефть” йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
#ЗдоровьяВсем: Гинекология, УЗИ, Онкология, Косметология.