Файҙалы мәғлүмәт26.11.2011
Бизнестың башланғыс стадияһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты проекттарын финанслауҙы юллар өсөн кәрәкле документтар (шәхси эшҡыуарҙар өсөн):
1) финанс ярҙамы күрһәтеүҙе һорап яҙылған ғариза (билдәләнгән форма буйынса);
2) шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм дәүләт реестрынан күсермә нөсхәһе (йәки шәхси эшҡыуар (ШЭ) тарафынан раҫланған);
3) шәхси эшҡыуарҙың паспорт күсермәһе (ШЭ тарафынан раҫланған);
4) бөтә төр бюджеттар һәм бюджеттан тыш фондтар алдында бурысы булыу-булмауы тураһында һалым органдарынан алынған белешмәнең төп нөсхәһе;
Ойошма тарафынан раҫланған һәм бурыстың ҡапланыуын дәлилләгән түләү документтары күсермәһе;
5) һалым һалыу формаһына ҡарап (ойошма тарафынан раҫланған), килем һәм сығым тураһындағы отчеттар, баланс күсермәләре. Бында һалымсы ҡабул итеүе тураһында билдә лә торорға тейеш;
6) физик шәхестең шәхси эшҡыуар булараҡ дәүләт теркәүе таныҡлығының төп нөсхәһе (йәки ШЭ тарафынан раҫланған күсермәһе);
7) бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектының үҙ кеҫәһенән һәм дәүләт аҡсаһын тотоноуы тураһындағы сығымдар сметаһы (билдәләнгән форма буйынса). Был документҡа эшҡыуарҙың сығымдарын раҫлаусы килешеүҙәр, ҡабул итеү акттары, чектар беркетелергә тейеш;
8) эшҡыуарҙың бюджет аҡсаһын файҙаланыуын раҫлаусы документтар: бизнес-план, проекттар, килешеүҙәр, һәр проектҡа тотонолған сығымдарҙы дәлилләүсе иҫәптәр;
9) статистика кодтары;
10) тапшырылған документтар исемлеге (тегелгән).
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты сайтынан (www.mbis.bashkortostan.ru) алырға була.