”Башстат” мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы арала йәшелсә-емешкә, йомортҡаға хаҡ төшкән. Мәҫәлән, картуф, помидор, ҡыяр һәм ҡайһы бер емештәр осһоҙланған. Был хәл, әлбиттә, миҙгелгә бәйле. Яңы йыл алдынан йомортҡа ла кинәт ҡиммәтләнеп киткәйне. Ун данаһы өсөн кеҫәнән 55 – 60 һум сығарырға кәрәк ине. Хәҙер иһә 38 – 46 һумға алырға була. Әммә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бәүелсәктә уйнарға ярата. Берәүҙәре төшһә, икенселәре өҫкә һикерә. Атап әйткәндә, икмәк һәм он, һөт ризыҡтары һиҙелерлек ҡиммәтләнде (таблицала күрһәтелгән).
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтың тиҙ үҙгәреүе халыҡты ныҡ борсой. Ҡайһы бер мөһим продукттарҙы осһоҙайтыу өсөн республикабыҙҙа саралар ҙа ҡабул ителгәйне. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бер төркөм депутаттары баш ҡаланың сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе.
– Халыҡ көн дә һатып алған ризыҡтарҙың кәштәләрҙә етерлек кимәлдә булыу-булмауын, хаҡтың үҙгәреүен тикшерергә булдыҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин. – Шул уҡ ваҡытта сауҙа эшмәкәрлеге буйынса закондың үтәлеүен дә ҡарайбыҙ. Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡтың үҙебеҙҙә һатылыуы мөһим. Бының өсөн сауҙа нөктәләрендә тейешле шарттар булдырыу кәрәк.
Һатыусылар белдереүенсә, хәҙер сит илдәрҙән килтерелгән продукттар урынына үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирелә. Әммә хаҡтарҙың әллә ни һиҙелерлек итеп осһоҙланмауы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
– Магазинға бер барһаң, алған әйберең дә күренмәй, тик мең һумыңды сығарып һалаһың, – тип депутаттарға зарланды һатып алыусы Рәмзиә Вахитова. – Аҙыҡ-түлектең осһоҙланыуын әллә ни тоймайбыҙ. Береһе төшһә, икенсеһе күтәрелә.
Халыҡ хәҙер үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә тырыша. Тик уларҙың хаҡы әллә ни ҡиммәт булмаһын өсөн фермерҙар баҙарын булдырыу теләге әйтелде.