Техника әҙерме?15.02.2012
Тракторҙарҙың яҙғы баҫыу эштәренә техник әҙерлеге 82 процентҡа етте, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Әле 1870 “ҡорос ат” йүнәтелә. Сәскестәр — 78 процентҡа, культиваторҙар, дисклы тырмалар һәм дым һаҡлағыстар — 80, һабандар 87 процентҡа әҙер.
Ауыл хужалығы техникаһын һәм агрегаттарын йүнәтеү эше уҙған йыл менән сағыштырғанда 2—3 процентҡа йылдамыраҡ бара, ти министрлыҡтың агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында механизациялау һәм электрификациялау бүлеге начальнигы Павел Иофинов.
Әлшәй, Бәләбәй, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Саҡмағош райондары хужалыҡтарында тағылма инвентарҙарҙы ремонтлау тамамлана.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад