Ишетмәйҙәр!..26.11.2011
Башҡортостанда меңәрләгән күл бар. Уларҙың һәр ҡайһыһына инеш ағып төшә һәм икенсе яғынан ағып сыға. Дамба торған урында бәләкәй һыу электр станцияһы ҡуйырға мөмкинлек бар. Үкенескә ҡаршы, миллиард һумдарҙы янда ҡалдырыр алым әлегәсә киң ҡулланылыш тапмай.
Үҙем Шаран районының Покровка ауылы эргәһендәге күлде ҡуртымға биреүҙәрен һорап, өс йыл элек ғариза менән мөрәжәғәт иткәйнем. Хакимиәттән әлегәсә аныҡ ҡына яуап ишеткәнем юҡ. Шул түгелме административ кәртә?
Яңыраҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов "Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Бәлки, хәҙер эш урынынан ҡуҙғалыр?
Рәшит Хөсәйенов.
Редакциянан. Гәзит уҡыусыбыҙҙың мөрәжәғәте Шаран районы хакимиәтенә ебәрелде. Рәсми яуап мотлаҡ килер һәм ул гәзит битендә баҫылыр, тигән өмөттәбеҙ.