Яу ҡалдырған һабаҡ бар13.05.2015
Халыҡ тормошо сәйәсәт, иҡтисад тормошона бәйле. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уҙған фәнни конференция йәмғиәтте борсоған байтаҡ һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатынан ойошторолғайны.
“Фашизмды тар-мар итеүҙә Башҡортостан Республикаһының роле: тарихи тәжрибә һәм милли хәүефһеҙлек өлкәһендә заман проблемалары” тигән темаға ҡоролған һөйләшеүҙә институт директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов сығыш яһаны.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәр ғәзиз йөрәктән күпме зар, рух ныҡлығы талап итеүе, Еңеүҙең ниндәй көс менән яулап алыныуы бер кемгә лә сер түгел. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп:
– Бөгөн Көнбайыш тыныслыҡты үҙенсә аңлау концепцияһын көсләп тағырға маташа. Ләкин ғәҙелерәк юл бар бит, ул – һәр халыҡтың, илдең милли һәм мәҙәни үҙенсәлеккә хоҡуғы, уның нигеҙендә тарихи күсәгилешлелек принциптары ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Икенсе Бөтә донъя һуғышы һөҙөмтәләренә башҡаса күҙлектән ҡараған сәйәсмәндәр Еңеүҙең баһаһын төшөрмәксе. Әммә беҙ уның ниндәй ҡорбандар менән яуланғанын беләбеҙ, – тип белдерҙе.
– Илебеҙҙә һуғыш афәтен күрмәгән бер генә ғаилә лә юҡтыр. 27 миллион ҡорбан биреп яуланған Бөйөк Еңеүҙең тарихи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, – тип өҫтәне Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Усейн Джемилов.
Секцияларҙа эш башланғас, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүҙең заманса алымдары, республиканың Еңеүгә индергән өлөшөнә арналған сығыштар яңғыраны, төрлө мәсьәләләр тикшерелде.