Һорау - яуап26.11.2011
– 19 йәшлек эшҡыуар финанс ярҙамына (субсидияға) өмөт итә аламы?
– Программала кемделер йәшенә ҡарап сикләү ҡаралмаған, финанс ярҙамына шәхси эшҡыуар ҙа, юридик ойошмалар ҙа өмөт итә ала. Тик уларҙың бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға түләнмәгән һалымдары йәки башҡа төр бурыстары булмаҫҡа тейеш. Был 2007 йылдың 24 июлендә ҡабул ителгән "Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында"ғы Федераль закон менән нығытылған.