Һөйөнсө: быйыл тәүгегә ойошторолған конкурс киләһе 2012 йылда ла дауам итәсәк!
“Башҡорт эшҡыуарлығы” конкурсы тәүге көндәрҙән үк үҙенең йәшәүгә һәләтлелеген дәлилләне. Урындарҙан килгән мәҡәләләр ҙә, профессиональ журналистар яҙғандары ла көнүҙәклеге менән айырылып торҙо. Үҙ эшенә яңы тотоноусы йүнселдәр өсөн гәзит материалдары үҙенсәлекле әсбапҡа әйләнде. “Аналитика яҙығыҙ, башҡа төбәктәр менән сағыштырыу бирегеҙ, эшҡыуарҙың күңел торошон асығыҙ, ҡыйынлыҡтарҙы, стрестарҙы, психологик кәртәләрҙе еңергә өйрәтегеҙ, нисек эшләү ысулдарын күрһәтегеҙ, субсидия алыу алымдарын тәфсирләп ҡағыҙ битенә төшөрөгөҙ, техника һатыусылар менән бәйләнешкә инергә ярҙам итегеҙ”, – тигән теләкте район һәм ауылдарҙа булғанда гел ишетергә тура килде.
Әлбиттә, бер йыл эсендә бөтә мәсьәләләрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын асып бөтөп булмай. Илдә эшҡыуарлыҡ процесы үҫешкә ныҡлап яңы аяҡ баҫа ғына. Тармаҡ йәшәгәндә уға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы, Ҡоролтайҙың Бизнес-үҙәге һәм “Башҡортостан” гәзите берлектә күтәргән тема ла, тормошсанлығын юғалтмаясаҡ.
Бәйгелә, профессиональ журналистар менән бер рәттән, халыҡ араһынан яҙышҡан һәр кем ҡатнаша ала. Конкурс ирекле авторҙар һәм профессиональ журналистарҙың иң яҡшы материалдарын асыҡлай. Шулай уҡ “Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн” махсус номинация ла бар. Шарттар ауыр түгел: ҡатнашырға теләк белдергән һәр кем мәҡәләһен ҡулъяҙма йәки компьютерҙа йыйылған килеш йә электрон нөсхәһен ебәрә ала. Конкурста еңеүселәргә дипломдар, аҡсалата һәм махсус бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Тәүге йылында уҡ ҙур популярлыҡ яулаған теманың башланып ҡына тороуын, эшләнәһе эштәр, яҙылаһы мәҡәләләрҙең бихисаплығын күҙаллағанда киләһе йылда ярыш тағы ла сәмлерәк, материалдар сифатлыраҡ, төплөрәк, еңеүселәргә бүләктәр күберәк булырын күҙаллауы ҡыйын түгел. Был эшкә уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар күберәк ылығасаҡ тигән өмөттәбеҙ.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.