Өфө эргәһендә Ағиҙел аша үтеүсе федераль юл өсөн күперҙең беренсе өлөшө төҙөлә башланы. Ниһайәт, проект-тикшереү эштәренән һуң, күпер аша үтәсәк меңәрләгән машинаға көсө етерлек ҙур-ҙур терәүҙәр ҡалҡып сыҡты. Буласаҡ күперҙең һыны ла күҙ алдына баҫа. Ул ал-ял белмәй эшләгән, әммә "арый" башлаған элеккеһе янында ҡалҡа. Ни генә тиһәң дә, Өфө эргәһендәге федераль юлдан тәүлегенә 65 мең техника үтә бит!
"Буласаҡ күперҙең оҙонлоғо 390 метр тәшкил итәсәк. Ситтәге тороҡтар — 63-әр, ә үҙәктәге өсәүһе 84-әр метр буласаҡ", – тип аңлата Өфө – Һамар – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов. Күперҙә асфальт-бетон түшәлгән өс һыҙат юл буласаҡ. Ә иҫкеһе тулыһынса һүтеләсәк, уның нигеҙе тикшереләсәк һәм өҫтәмә рәүештә нығытыласаҡ. Ошонан һуң ғына, заманса технологияларҙы һәм материалдарҙы ҡулланып, яңы күпер һалына башлаясаҡ. Ә төҙөлөш ваҡытында бөтә йөк "йәш ҡәрҙәшенә" төшәсәк – транспорт саралары уның аша үтеп йөрөйәсәк. Әйткәндәй, яңы күперҙең тағы бер үҙенсәлеге шунда: ул элеккеләре кеүек тимер-бетондан түгел, ә металл конструкцияларҙан ҡоролған, шуға ла быға тиклемге ысул менән төҙөлгәндәренән байтаҡҡа оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк, тип ышандыра төҙөүселәр.
Ҡышҡы һалҡындарҙың төҙөлөштә өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы сер түгел. Шуға ла "Уралмостострой" ойошмаһы эшселәре ваҡытынан алда туңмаһын өсөн бетонды йылыта икән. Иретеп йәбештереү алдынан металл конструкцияларҙы ла шулай итәләр. Был саҡта эштең сифаты ла яҡшыра.
Көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Мәҫәлән, өсөнсө терәү урынын тикшергәндә, унда карст бушлыҡтары барлығы асыҡланған. Әгәр төҙөүселәр уны алдан күрмәһә, һуңынан ни булырын уйлауы ла ҡурҡыныс. Шуға ла был өсөнсө терәүҙең нигеҙен 60 метр тәрәнлектә нығыта башлағандар.
Күпер төҙөлөшөнөң беренсе сираты 2013 йылда тамамланасаҡ. Әммә алданыраҡ та өлгөрөүҙәре бар. Шуныһы: төҙөүселәр был тиклем эш күләмен ваҡытында башҡарып сыға алырмы икән? Ни тиһәң дә, ҙур, ҡатмарлы эш. Радмир Ваһапов фекеренсә, улар һыуыҡҡа ла, буранға ла ҡарамай тәүлек әйләнәһенә тырыша. Төҙөүселәрҙең күбеһе вахта ысулы буйынса эшләй: бер аҙна тир түккәс, улар урынына яңылары килә.
1,3 миллиард һумға төшәсәк был яңы күперҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул баш ҡала өсөн дә, үҙе йылға һымаҡ туҡтауһыҙ тегеләй-былай хәрәкәт итеүсе транспорт ағымы өсөн дә өҫтәмә мөмкинлектәр булдырасаҡ. Әлбиттә, иң тәүҙә был күпер хәүефһеҙлегебеҙ өсөн ҡиммәт.
Илдар ӘХМӘҘИЕВ.