Ауыл тормошона яңы һулыш10.04.2015
Ауыл тормошона яңы һулыш Тарҡалып, бушап ҡалған фермаларҙы төҙөкләндереп, яңыларын төҙөп, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ауыл тормошона яңы һулыш бирә, өҫтәмә эш урындары булдыра.

Теләпән ауылынан Альберт Рамазановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы районда то­то­роҡло эшләүселәрҙән һанала. Был хаҡта отчет йыйылышында хужалыҡ етәксеһе лә телгә ал­ды. Башҡарылған эштәре, уңыш­тары, киләсәккә бурыстары ме­нән таныштырҙы ул. Үткән йылға килгәндә, 580 центнер сусҡа ите етештерелгән. 4 миллион 320 мең һумлыҡ продукция һатҡандар. Сусҡа ите менән район, Нефтекама ҡалаһы ба­ҙарын тәьмин итеп торалар. Дөйөм алғанда, хужалыҡта 400 баш сусҡа (Теләпән ферма­һында – 179, Этәйҙә – 221 баш) иҫәпләнә.
Фермер хужалығының 350 гек­тар ере бар, ойошма үҙен мал аҙығы, орлоҡ менән тулы­һынса тәьмин итә. Бөгөн бында 18 кеше эшләй. Лида һәм Йәүит, Вәзит Йосоповтар, Вәсил Сәли­мов, Айҙар Ғабдрахманов эштә­ренә яуаплы ҡарай. Мал­дарҙы бар талаптарға ярашлы итеп тәрбиәләйҙәр, аҙбарҙы таҙа тоталар. Хужалыҡта бөтә шарттар ҙа бар: кейенеү залы, душ эшләнгән хатта.
– Киләсәктә мал һанын арт­тыр­маҡсыбыҙ. Былтыр яңы “Дон-1500” комбайны, быйыл тирмән һатып алдыҡ. Хәҙер өс комбайныбыҙ булды, ике “Беларусь”, “ЗиЛ”, “ГАЗель” бар. Егет­тәр, ҡыҙҙар тырыш. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, кәрәк икән, хеҙмәткәрҙәрҙең баҡсаһын бушлай һөрҙөрәбеҙ, ҡышын бесән бирәбеҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Альберт Флүр улы.
Ваҡытында етерлек мал аҙы­ғы туплап, яҡшы һимертеп үҫтер­гәндә, сусҡаларҙан мул һәм сифатлы продукция алырға мөм­кин. Тап ошо маҡсатта тырыша ла инде был хужалыҡ эшселәре.
Альберт Рамазанов Этәй ауылындағы ташландыҡ магазин бинаһын алып, реконструкция үткәргән. Бинаға электр индерелгән, тышы һәм түбәһе заманса ҡалай менән көпләнгән, ишектәре тимер, тәҙрәләре пластик, иҙәндәренә плитә түшәл­гән. Кәрәкле йыһаз ҡайтарылғас, унда билмән яһау, икмәк бешереү цехы, аҙыҡ-түлек магазины асыу күҙаллана.
Әлбиттә, үҙ хужалығыңды тотоу — ауыр, тынғыһыҙ һәм сы­ғымлы хеҙмәт. Фермерҙарҙың ярҙамы менән ауыл хужалығы тармағы үҫеп китер, нығыр тип әйтергә нигеҙ бар.


Вернуться назад