Ябай кеше ыҙалай08.04.2015
Рәсәйҙең Украиналағы ҡан-ҡәрҙәштәренә ярҙам ҡулы һуҙыуы һәр кемдә аңлау һәм теләктәшлек тойғоһо тыуҙырырға тейеш кеүек тә бит, тик АҠШ сәйәсмәндәренә лә, Европа союзы лидерҙарына ла был һис оҡшамай. Һөҙөмтәлә илебеҙгә ҡарата санкциялар ҡабул ителде.
Ошо хәл тауарҙың, аҙыҡ-түлектең самаһыҙ ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.
Йәшелсәгә хаҡ ныҡ артты. Иген емерелеп уңыуға ҡарамаҫтан, икмәктеке лә өс айҙа 23-28 процентҡа күтәрелде. Балыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Сит илдәрҙән килтерелгән сәй, сәтләүек, киптерелгән емеш хаҡтары ла тешләшә. Минеңсә, магазин, баҙар хужалары ла әмәлдән файҙаланып байып ҡалырға тырыша.
Шулай итеп, Европала ла, беҙҙә лә санкциялар ябай халыҡты ғына ҡаҡшата.