Фермерға ярҙам – иҡтисадҡа ҡеүәт28.03.2015
Фермерға ярҙам – иҡтисадҡа ҡеүәт Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, фермерҙарға ярҙам итеү, уларҙың тын алышын һәм теләген белеү маҡсатында район үҙәге Федоровка ауылында семинар-кәңәшмә ойошторолдо.

Район мәҙәниәт йортоноң фойеһын таныр­лыҡ түгел – ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙ­мәһе уны күркәм иткән. Фермер Булат Насиров етеш­тергән тауарҙарҙы халыҡ кинәнеп ҡараны, “Башгусь” йәмғиәте өсөн тиҙҙән ҡыҙыу осор башланасаҡ – белгестәр был турала һөйләне, “Регион-сервис” йәмғиәте һөт ризыҡ­та­рын тәмләтте, шулай уҡ башҡаларҙың эргәһенән дә кеше өҙөлмәне. Үҙен Вадим тип та­ныштырған егет, диплом алғас, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотонмаҡсы, бында тәжрибә тупларға, эшкә өйрәнергә килгән.
Фермерға ярҙам – иҡтисадҡа ҡеүәтБашҡортостандың ауыл хужалығы министры урынба­ҫары Раил Афзалов белдере­үен­сә, республикабыҙҙа фермерҙар өсөн һәр яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырылған, субсидия юллар­ға мөмкин, ташламалы кредит бирелә, бүтән төрлө өҫтөнлөктәр менән дә файҙаланалар.
Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Нурфәйез Нас­ретдинов төбәктең социаль-иҡтисади хәленә байҡау яһаны.
– Ауыл хужалығының төп тармаҡтары – игенселек, һөтсөлөк, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ, ҡош-ҡорт үрсетеү, умартасылыҡ, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү, – тип башланы һүҙен Нурфәйез Ғәлимулла улы. – 150-нән ашыу предприятие, шул иҫәптән биш ауыл хужалығы продукцияһы етештереү кооперативы, яуаплылығы сикләнгән 13 йәмғиәт, 143 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 7130 шәхси хужалыҡ тауар етештерә. Беҙҙә шәхси хужалыҡтарға һәм фермерҙарға маҡсатлы программалар ҡаралған, улар төрлө субсидия һәм дотация ала. Былтыр ярҙамдың 19 төрө бирелде, дөйөм сумма 100 миллион һум тәшкил итте.
Фермерҙарҙың иҡтисадҡа йоғонтоһо ҙур. Әйтәйек, райондың дөйөм ауыл хужалығы ерҙәренең 16 мең гектары крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә, был 16 процент тәшкил итә.
Фермерға ярҙам – иҡтисадҡа ҡеүәтРайондың тотороҡло үҫеше, һис һүҙһеҙ, ауыл хужалығы менән бәйле. Мәҫәлән, игенселектә “Азат”, “Нива”, “Маяҡ”, “Агросервис”, “Гавриловка” йәмғиәттәре, Фрунзе исемендәге, “Заветы Ильича” ауыл хужалығы етештереү кооперативтары алдынғылыҡты бирмәй.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр союзы рәйесе Зифҡәт Сәйет­ғәлиев фермерҙарға һәр йәһәттән дә ярҙам буласағына ышандырҙы.


Вернуться назад