“Осло”ға эшкә саҡыралар!24.03.2015
“Осло”ға эшкә саҡыралар! Боголюбовка ауылында “500 ферма” программаһы буйынса әүҙем эшләгән “Осло” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән яҡындан танышырға насип булды.


Ойошманың директоры Эльвир Ғимранов билдәләүенсә, “Осло” 2009 йылда Динар Ғимаев етәкселегендә асыла. Бөгөн бында бер меңдән ашыу баш һыйыр малы бар, шуларҙың 385-е — һауын һыйыры. Һөттө Бәләбәй заводына тапшыралар. Көнөнә уртаса 3600 тонналап продукция етештерелә.
Коллективта — 67 кеше. Нигеҙҙә, Аҙнай, Айыт, Боголюбовка, Набережный ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр. Араларында Украинанан күсеп килгән ике йәш ғаилә лә бар. Уларға йәшәргә бар мөмкинлектәре булған, йыһазландырылған йорт бирелгән. Ағалы-ҡустылыларҙың береһе — механизатор, икенсеһе энергетик булып эшләй, ҡатындары һауынсы һөнәрен үҙләштергән.
“Осло”ға эшкә саҡыралар!Хужалыҡ иген үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Дүрт меңләп гектар майҙан район фондынан бирелгән, 3800 гектар пай ере бар. Иген, арпа, борсаҡ, арыш сәсәләр.
– Киләсәктә һыйыр малын — 200, һауын һыйырҙарын 600 башҡа еткерергә уйлайбыҙ. 120 баш атыбыҙ бар, уларҙы эш өсөн тотабыҙ, — ти Эльвир Казбек улы. — Беҙгә агроном, зоотехник, селекционерҙар талап ителә. Эшкә килергә теләге булғандар рәхим итһен.


Вернуться назад